Артур Нәзиуллин: “Изгелек ҡылһам, йән кинәнә”25.12.2015
Артур Нәзиуллин:  “Изгелек ҡылһам,  йән  кинәнә” Владимир Спиваков, Юрий Шевчук, Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Земфира Рамаҙанова, Юрий Шатунов... Башҡортостанда тыуып үҫкән ошо сәнғәт әһелдәре Рәсәй халҡына яҡшы таныш. Улар ижади уңыштары менән тәү сиратта республикабыҙҙың данын арттыра. Хәйер, йәнтөйәгебеҙҙән көс алып, бөгөн дә илдең ҙур сәхнәһенә күтәрелгән йәштәребеҙ үҫә килә. Һүҙем – Мәскәү дәүләт филармонияһы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Артур НӘЗИУЛЛИН хаҡында. Уның сығышын Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында ғына түгел, донъяның күп кенә илдәрендә лә көтөп алалар. Танылған музыкант бөгөн редакциябыҙҙа ҡунаҡта.
– Артур, һинең ни өсөн сән­ғәт юлын һайлауың аңла­шы­лып тора. Атайың да, әсәйең дә шул өлкәлә хеҙмәт итә. Ә ниңә нәҡ кларнетты һай­ланың?
– Музыка мәктәбенә әсәйем Гөлнара Ғәбделхәй ҡыҙы алып барҙы. Ул – Башҡортостандың ат­ҡа­ҙанған артисы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт ака­де­мия­­һының доценты. Атайым Искәндәр Нәзиуллин элек Ф. Ғәс­кәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансам­блендә кларнетта уйнай ине. Уның репетицияһына барып, ҡыҙыҡһынып күҙәтә торғайным. Үҙем иһә музыка менән биш йәштән шөғөлләнә башланым. Тәүҙә виолончелдә уйнарға өйрәндем. Ә инде ете йәштә үҙем теләгән ҡоралды һайларға ҡуштылар. Кларнетты үҙ иттем. Сөнки виолончель ҙур, етмәһә, бала өсөн ауыр. Уны күтәреп йөрөтөргә кәрәк бит.
– Һин Өфөлә, Ҡазанда, Мәс­кәүҙә махсус белем алғанһың. Бының менән генә сикләнеп ҡалмай, Берлинда юғары музыка мәктәбендә лә уҡыған­һың. Ә Германияға нисек барып сыҡтың?
– Ҡайҙа ғына уҡыһам да, ос­таз­дарымдан уңдым. Өфөлә – Илдар Солтанов, Ҡазанда – Игорь Синекопов, Мәскәүҙә – Рафаэль Багдасарян кеүек педа­гогтарҙан дәрес алыу бәхете тейҙе. Улар минең яҙмышымда ҙур урын тотоп тора, шуға сикһеҙ рәхмәтлемен. Эйе, Германияла данлыҡлы музыкант, профессор Сабина Мейерҙан һабаҡ алдым. Заманында уның аудиодисктарын тыңлап, видеояҙмаларын ҡарап һоҡлана торғайным. Үҙем күптән ошо шәхесте күрергә лә хыялландым. Һәм шул маҡса­тыма ынтылдым. Германияға барғас, тәүҙә уйнап ишеттерҙем һәм шунда уҡ ҡабул иттеләр. Бәхетемдең етенсе ҡатында кеүек хис иттем үҙемде. Әгәр урыҫ шиғриәтенең ғорурлығы Пушкин булһа, Мейер сәнғәттә шундай уҡ дәрәжәлә.
– Ә һинең нисә илдә сығыш яһағаның бар?
– О, мин күптән инде уларҙы һанамайым. Элегерәк теркәп барғанда, ҡырҡҡа еткәйне. Сит илдәрҙә күп йөрөргә тура килә. Мәҫәлән, Францияла йыл да ике тапҡыр сығыш яһайым. Германияла шулай уҡ. Шуға һандарҙа бутала башланым.
– Шулар араһынан ҡайһы­һы нығыраҡ иҫтә ҡалған?
– Ҡытайҙа, Япониялағы концерттар хәтерҙә уйылып ҡалған. Бигерәк үҙенсәлекле илдәр. Төрлө дәүләт етәкселәре, АҠШ сенаты, Рим Папаһы, Патриарх Алексий II алдындағы уйнауым бөгөнгөләй хәтерҙә. Сәғүд Ғәрәб­станындағы сәфәр ҙә онотол­маҫ­лыҡ булды. Унда илдең короле алдында сығыш яһағайным. Уйнап бөткәс, королдең улы яныма килде лә рәхмәт йөҙөнән балдаҡ бүләк итте. Хәҙер уны иҫтәлек итеп һаҡлайым. Ә былай, дөйөм алғанда, минең өсөн һәр сығыш – үҙе байрам. Һәр тамаша үҙенсә иҫтәлекле, ҡабатланмаҫ. Мәҫәлән, Учалы, Күмертау ҡалаларындағы концерттарҙы Париждыҡынан ҡайтышыраҡ тип әйтмәҫ инем. Бәләкәйерәк төбәктә лә шундай ихлас, дәртле халыҡ йәшәй. Шуға ла тамашасыларҙы ниндәйҙер категорияға бүлмәйем. Ҡайҙа ғына килһәм дә, күңелемде биреп уйнайым.
– Йылына нисә концерт бирәһең?
– Сығыш яһаясаҡ төбәк бер йыл алдан билдәләнә. Быйылғы ижад миҙгелендә минең менән 64 концертҡа контракт төҙөлгән. Мәҫәлән, ошо аҙнала Пермдә булам, унан һуң ике көнгә Екатеринбургта туҡталам. Бынан тыш, алдан планға индерелмәгән сығыштар ҙа бихисап. Һәр хәлдә эш етерлек.
– Ҡайһы бер сәнғәт әһел­дәре көн дә сәғәттәр буйына репетиция яһай. Ә һинеке нисегерәк?..
– Ниндәйҙер уңышҡа өлгәшәм тиһәң, тырышырға кәрәк. Ҡазанда уҡығанда көн дә 8-10 сәғәт дауамында шөғөлләнә торғайным. Хәҙер, әлбиттә, ваҡыт тығыҙыраҡ. Шулай булһа ла көн дә уйнайым. Бармаҡтарҙы гелән хәрәкәтлән­дереп торорға кәрәк. Шунһыҙ үҫеш юҡ.
– Репертуарыңда күпме әҫәр бар?
– Былай киң генә. Уны даими байытып торам. Хатта башҡа музыка ҡоралдары өсөн яҙылған әҫәрҙәрҙе лә кларнетта уйнайым. Киләсәккә шундай хыялым бар: үҙемдең башҡарыуымда башҡорт көйҙәренең аудиодискын сығарырға. Милли музыканы классика менән берләштергәндә, ҡайһылай шәп булыр ине. Башҡортостандың берәй талантлы композиторы менән килешеп, кларнет өсөн халыҡсан әҫәр тыуҙырырбыҙ тигән өмөт тә бар.
– Хәҙер яҡшы музыка ҡоралдары арзан түгел. Ә һинең кларнетың ни хаҡ?
– Дөрөҫ. Сифатлы инструмент алайым тиһәң, байтаҡ ҡына аҡсаңды сығарып һалырға кәрәк. Ун миллион доллар торған скрипкалар ҙа бар. Ә минең кларнетым улай уҡ ҡиммәт түгел. Уның хаҡы “Мерседес” машинаһына тиң.
– Һинең Кемероволағы сығышың тураһында Интернетта уҡығайным. Хатта губернатор үҙе бик оҡшатҡан...
– Шулай. Тәүге сығышымдан һуң көтөлмәгәнсә бүләк эшлә­неләр. Концертта өлкә губернаторы ла ултырған. Тамаша бөт­кәс, Аман Тулеев сәхнәгә сығып, “Ышаныс һәм изгелек өсөн” ми­ҙалын тапшырҙы. Үҙем дә аптырап киттем. Әгәр юғары кимәл­дә­ге етәкселәр мәҙәниәткә иғти­бар итә икән, был – оло шатлыҡ. Ундай башлыҡтар хөрмәткә лайыҡ. Ошо уңайҙан Башҡортос­танды ла миҫалға килтерер инем. Музыкант булараҡ, яҡшы акустикалы “Башҡортостан” дәүләт концерт залының асылыуын шатланып ҡабул иттем. Беҙҙә мәҙәниәтте үҫтерер өсөн күпме эш башҡарыла! Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың йыл да миллионлап грант бүлеүе үҙе ни тора! Рәсәйҙәге башҡа төбәктәрҙә бындай программалар юҡ. Миңә йыл да илебеҙҙе арҡырынан-буйына йөрөп сығырға тура килә. Шуға ла сағыштырып әйтә алам.
– Артур, һин бихисап хәй­риә концерттарын ойошто­раһың. Ҡыйын түгелме?
– Юҡ, киреһенсә, йән кинәнә. Уны бит кемдеңдер ҡушыуы ҡа­рап башҡармайым, ә күңел талабы буйынса. Башҡортостанда хәйриә концерттары ҡуйып, йы­йылған аҡсаны музыка мәктәп­тәренә тапшырҙыҡ. Уларҙың рәх­мәтле хаттары әле лә килеп тора. Ҡайһылыр ҡалала шул иҫәпкә музыка ҡоралдары алғандар, ҡайҙалыр ремонт эшләгәндәр. Ғөмүмән, был аҡса файҙа кил­тергән. Ә инде рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү киләсәктә тағы ла дәртләнеберәк эшләргә көс бирә.
– Күптән түгел композитор Максим Дунаевский менән бергә Өфөлә ҙур концерт бирҙең. Танылған ижадсы ме­нән дуҫлыҡ нисек башланды?
– Максим Дунаевский – дан­лыҡ­лы композитор Исаак Дуна­евскийҙың улы. Икеһе лә – сән­ғәттә ҙур уңышҡа өлгәшкән шәхестәр. Бынан туғыҙ йыл элек мин Исаак Дунаевский фондының стипендиаты булғайным. Шунда ныҡлап дуҫлашып киттек. Ә инде Максим Исаакиевичты Башҡорт­останға саҡырғас, ул ихлас ризалашты. Быға ныҡ шатландым, сөнки ул һәр саҡырған ергә атлығып тормай. Уның менән Өфөлә, Салауат ҡалаһында концерт бирҙек. Был тамаша Башҡортостан мәҙәниәтендә сағыу күренеш тип әйтһәм, шаштырыу булмаҫ. Уңайҙан файҙа­ланып, республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға, Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәрит Ғилмановҡа, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директоры Алмас Сәйетовҡа сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм.
– Йәшерен-батырын түгел, артист халҡы йыш ҡына табындарҙа була. Әсә-­сөс­өһөн дә ҡоялар. Һин хәмергә ниндәй ҡараштаһың?
– Шөкөр, ундай насар ғәҙәткә бирелгәнем юҡ. Бында бит күп нәмә һине уратҡан кешеләрҙән тора. Мин аралашҡан даирәлә ундай еңел ҡарашлы кешеләр юҡ тиерлек. Эскелектең нимәгә килтергәнен үҙем дә яҡшы аңлайым. Шуның арҡаһында күпме талантлы кеше юҡҡа сыға! Ниңә күрәләтә үҙемде упҡынға этәрәйем, ти?! Йәшермәйем, сифатлы шарапты яратам. Тик һирәк кенә, сама белеп кенә тәмләп ҡарайым. Дуҫтар менән ултырып алғанда.
– Артур, һин донъяның иң яҡшы ун йәш кларнетсыһы иҫәбендә, тиҙәр. Ижадта конкуренттар ҙа була. Уларға ниндәй мөнәсәбәттәһең?
– Мин уларға ижадташ була­раҡ ҡына ҡарайым. Конкурент тип әйтергә яратмайым. Мәскәү консерваторияһында уҡығанда, остазым, Рәсәйҙең халыҡ артисы Рафаэль Багдасарян былай ти торғайны: “Кешеләрҙең бөтә бә­ләһе бер-береһенең уңышын күрә алмауҙан килә”. Шуға ла про­фессорыбыҙ беҙгә киң кү­ңелле, ярҙамсыл булырға өйрәтте. Мин шул ҡағиҙәне тотам. Бына берәй музыкант ниндәйҙер әҫәрҙе шәп уйнай икән, уның ҡулын ҡыҫып, маҡтап алырға бер ҙә тартынмайым. Һәләте, оҫта­лығы ниндәй кимәлдә булыуға ҡарамаҫтан, бөтәбеҙ ҙә сәнғәткә хеҙмәт итәбеҙ бит.
– Тормош девизың ниндә­йерәк?
– Күберәк эшләргә һәм йышыраҡ йылмайырға.

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ әңгәмәләште.



Вернуться назад