Уңыштарыбыҙҙың сере – Мәйсәрәлә25.12.2015
Уңыштарыбыҙҙың сере – Мәйсәрәлә “Докторлыҡ диссертациямдың күберәк өлөшөн Мәйсәрә апайығыҙ яҙҙы бит”, – тип аптыратты филология фәндәре докторы, профессор Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы. Нисек инде?! Фәнни хеҙмәт мәктәптә өйгә бирелгән эш түгел, күсереү менән генә тамамланмай, етмәһә, апай – математик, ағай үҙе – тел белгесе... Өҫтәүенә улдары Азамат та – фән тауына ярайһы уҡ үрләгән зыялыларҙың береһе. Ғилләһе барҙыр был күренештең тип, ғаиләнән герой яһаған ханым, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, бихисап миҙалдарға эйә данлыҡлы остаз Мәйсәрә Әхтәмованың йылы усағына барҙыҡ. Бына-бына 90 йәшкә аяҡ баҫырға йыйынған ағай менән апайҙың бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуы, күҙҙәренә ихлас, яратып бағыуы, әйтерһең дә, хәҙер үк киноға төшөрөрҙәй мөхәббәт тарихы. Эйе, тарих, сөнки унда аяуһыҙ һуғыш эҙҙәре лә, ғәмһеҙ бала саҡ та, үҙ көсөң менән аяҡҡа баҫыу ҙа, хәҙерге йәштәргә күркәм өлгө лә бар...

– Һәр кемдең күңелендә бар ул йылы, яҡты бер мөйөш – бал­а саҡ хәтирәләре. Һеҙҙең дәүерҙә тыуған ҡыҙ һәм ма­лайҙарҙың тап нығына баш­лаған сағына тура килә Бөйөк Ватан һуғышы...
– Уныһы шулай, ғаиләбеҙҙе ҡарар өсөн 11 йәштән колхозда эшләнек. Елгәрәбеҙ, көрәйбеҙ, сәсәбеҙ, утайбыҙ... Көлтә һала алмайбыҙ, бәләкәйбеҙ, шуға ла беҙҙе молотилканың аҫтына ул­тырта торғайнылар – ситкә төш­кән игенде көрәп торор өсөн. Әбей­ҙәр игенде ура, беҙ уны көлтә итеп бәйләй инек. Көнө бу­йы колхоз эшендә йөрөп, ҡараңғы төшкәс кенә өйгә ыңғай­лайбыҙ. Үгеҙ егеп, арбала йыр­лай-йырлай ҡайтабыҙ. Аттарҙы һуғышҡа алып китеп бөттөләр, беҙгә шул бер үгеҙ ҡалды, һәр эшкә уны ектек.
Ә бына Еңеүҙе ҡаршылау – оно­толмаҫ ваҡиға. Бер ағайым яуҙа ятып ҡалды, икенсеһе яра­ланып ҡайтты. Атай-әсәйем – ҡарттар. Ололар илай, уларҙың ыңғайына беҙ, бала-саға, илаған булабыҙ. Иреккә сыҡтыҡ, туҡ бу­лабыҙ тип ҡыуанабыҙ, йәнәһе. Йонсоған халыҡтар булды бит, “үлгән” бойҙай ашап та күптәр ҡырылды.
– Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы, һеҙҙең дә бала сағығыҙ аяуһыҙ һуғыш мәленә тура килгән. Тыл хеҙмәткәре миҙалына лайыҡ­һығыҙ икегеҙ ҙә...
– Эйе, афәт сыҡҡанда миңә 12 йәш ине. Хәҙер өҫтәлдәре­беҙҙә ашарға ла, эсергә лә, шө­көр, бар, ә беҙ үҫкән заманда та­маҡ ялғар өсөн генә эшләнек, ас-яланғас ултырған мәлдәр булма­ны түгел. Бөгөнгө йәштәр быны күҙ алдына ла килтермәй, күрергә яҙмаһын да... Йөҙ грамм ондо ҡа­лаҡлап, көнөнөкөн көнөнә үл­сәп-һанап ҡына тарата инеләр. Тотош ғаилә өсөн бер нисә ҡалаҡ он – бөгөнгө заман өсөн ҡот осҡос күренеш кеүек.
– Белем туплар йәшегеҙ еткән, ә дәһшәтле һуғыштың та­мамланырын бер кем дә белмәй тиерлек. Ошо заманда уҡыу ихтыяжын нисек хәл иттеләр икән?
Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы:
– 1944 йылдар тирәһендә “Өлгөргәнлек аттестаты” тура­һында положение сығарҙылар. Уны алыу өсөн 14-кә яҡын имтихан тапшырыу кәрәк ине. Ике ауыл уҡыусылары араһынан миңә һынау үтергә рөхсәт бирҙеләр. Тик юғары белемгә эйә булғандарҙан төҙөлгән махсус комиссия килеп, Ермолаево ҡасабаһында тикшерҙеләр беле­мебеҙҙе. Мөхтәр ҙә 12 кеше араһынан һайланған 6 уҡыусы иҫәбенә инеп, ошо уҡ имтихан­дарҙы тапшырған. Ул ваҡытта талаптар бик ҡаты булды, хәҙерге Берҙәм дәүләт имтиханы иһә уйын кеүек кенә ойошторола. Шуға йәш быуындың аң-белем кимәле лә борсоуға һала.
Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы:
– Һуғыш арҡаһында уҡыуымды бер йылға туҡтатырға мәжбүр булдым. Эйе, заманында талап ныҡ ҡаты ине, 10-сы класты та­мам­лағандарҙың имтихандары июль аҙаҡтарында ғына бөтә торғайны. Ошо “Өлгөргәнлек ат­тестаты”на лайыҡ тип табылған­дар артабан профессор, яҙыусы, ғалим, капитандар булып китте. Талаптың, тәрбиәнең етдилеге һөҙөмтәһе тип һанайым быны.
Ғөмүмән, ҡайҙа ла уҡытыусыға оло хөрмәт, иғтибар күрһәтелде. Байтаҡ йыл эшләгәндәрҙе орден менән бүләкләйҙәр ине. Хәҙер шуныһы ҡыҙғаныс: уҡытыусы ғаиләһен ҡарар өсөн бер нисә урында эшләргә мәжбүр. Элек уҡыусыларҙы көҙгө һынауға, икенсе йылға ҡалдырыу ҙа бар ине. Уҡытыусылар ҡайһы саҡта ата-әсәне саҡырып өйрәтә, кәңәш бирә торғайны. Былар бит бе­лемде төплө, еренә еткереп би­реү маҡсатында ғына атҡарылды. Хәҙер уҡыусыға “өслө” ҡуялар ҙа хушлашалар. Шундайҙар юғары уҡыу йортона килеп инеүен-инә, әммә артабан уҡый алмай. Ата-әсәһенең, туған мәктәбенең йөҙө­нә ҡыҙыллыҡ килтерә, универ­ситетты ташларға мәжбүр була. Әлеге малай һәм ҡыҙҙарҙың белем кимәленең һүлпәнәйеүе талаптарҙың етди булмауынан килә, минеңсә.
– Икегеҙ ҙә изге эште – уҡы­тыусы һөнәрен – һайлаған­һығыҙ. Быны һеҙгә кәңәш иттеләрме, әллә үҙегеҙҙең ҡарармы? Әлеге заманда һәр уҡыусыға үҙ йүнәлешен асыҡ­ларға ярҙам иткән, уның бе­леме өсөн ихлас көрәшкән, тырышҡан остаздар – бик һирәк күренеш. Киреһенсә, “был бала минең фән буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы бирәм тимәһен инде” тип телә­гәндәр йыш осрай...
Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы:
– Бала саҡтан уҡ уҡытыусы булырға хыялландым. Өйҙә бә­ләкәй туғандарымды теҙеп ул­тыртып, мәктәп уйнай торғайныҡ. Көҙгө алдында өйөрөлөп, үҙемде остаз тип күрергә тырыша, өйрәнә инем. Ошо хыялым тормошҡа ашты, һәм быға бик шатмын.
– “1966 йылдың сентябре. Класҡа һомғол буйлы, етди ҡиәфәтле, аҡыллы ҡарашлы уҡытыусы апай килеп инде. Өфө ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатында (хәҙерге Р. Ға­рипов исемендәге 1-се баш­ҡорт республика гимназия-интернаты) математика дә­ре­се башланды. 30 бала ул­тыр­ған класта тынлыҡ урын­лашты. Мәйсәрә Сәлә­хет­дин ҡыҙы ипле генә иҫән­ләште, кабинетҡа етеҙ генә ҡараш ташлап, дәресте башланы. Һәммәһе лә эшлек­ле, етди рухҡа көйләнде...” тип яҙған һеҙҙең уҡыусығыҙ – физика-математика фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Таһир Амангилдин. Хәйер, был ябай, әммә алтынға бәрәбәр һүҙ­ҙәрҙе республика, ил кимә­лендә танылыу яулаған байтаҡ шәхестәр – һеҙҙән белем алған­дар – ҡуш ҡуллап ҡеүәтләй. Сере нимәлә, Мәйсәрә апай? Нисек тыңлаттығыҙ ҙа нисек кенә итеп төплө белем биреүгә өлгәштегеҙ?
– Үҙемдең шәхси алымдарым булғандыр ҙа инде, шулай ҙа иң мөһиме – уҡыусыларҙы ныҡ яраттым, ғаиләмдән дә артыҡ күрҙем, интернаттан ҡайтмай эшләй торғайным, тиһәм дә була­лыр (көлә). Элек мәктәп-интер­натҡа ауылдарҙан атай-әсәйһеҙ, ҡараусыһыҙ ҡалған, көнкүреш шарттары насар булған бала­ларҙы йыйып алалар ине. Миңә гел сығарылыш кластарын бир­ҙеләр, уларҙы юғары уҡыу йор­тона инергә әҙерләү ине буры­сым. Бер баланы ла әрләмәнем, яманламаным, һәр береһе менән ипле мөғәмәлә булдырҙым. Уҡыу­сыны фәнең менән ҡыҙыҡ­һын­дырыу етә, ул ихлас, тырышып белем аласаҡ, шаярып йә ҡа­рышып ултырырға теләге лә, ваҡыты ла ҡалмаясаҡ. “Яҡшы һүҙ – йән аҙығы” тип өйрәтә торғайнылар беҙҙе. Педагогика үҙе лә бит һәр яҡлап уйлап, ипле эшләүҙе талап итә. Уҡыта башлағас, тағы шуға төшөндөм: уҡыусылар фәнде урыҫ телендә генә уҡый, әммә аҙаҡ имтихан тапшыра алмай. Ярҙам йөҙөнән алгебра, геометрия буйынса ки­таптарҙы тәржемә итеп, бала­лар­ҙы шулар ярҙамында уҡыт­тыҡ. Урыҫса-башҡортса мате­матика терминдары һүҙлеген сығарыуға ла әлеге “мәшәҡәт” сәбәпсе булды.
Тәрбиә мәсьәләһен дә күҙ уңынан сығарырға ярамай, ба­лаларҙы шәхес, республика ки­ләсәге итеп үҫтереү бурысы ята бит ата-әсәләрҙең дә, уҡытыусы­ларҙың да иңендә. Ошо эшемдән китмәҫ тә инем, Мөхтәр ағайығыҙ, улым Азамат кандидатлыҡ, док­торлыҡ диссертацияларын яҙа башламаһа... Ир-егеттәрҙе аша­тырға, эсерергә кәрәк, ҡатын-ҡыҙҙың төп эше ошонан да ғибә­рәт бит. Мәктәпте ҡалдырырға тура килде.
– Үҙегеҙҙе тотошлай өй йы­лыһын булдырыуға, ҡатын-ҡыҙ эшенә бағышланығыҙ инде...
– Эйе, хужабикә булып киттем. Мөхтәр – бер, Азамат икенсе бүлмәлә ултырып ғилми эш яҙа, мин уларға ашарға бешерәм, тәрбиәләйем. Ризыҡ әҙер булғас, кухняға саҡырам. Шул ыңғайы ғына килмәй әле улар, көтөп-көтөп, алып сығам өҫтәл янына. “Һөйләм тамамланмайынса ашау юҡ” тигән шаярыу ҙа бар беҙҙә. “Фекер тарҡала бит”, – тип тә борсола ине беҙҙең ир-ат.
Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы:
– Докторлыҡ диссертациям­дың күберәк өлөшөн Мәйсәрәм яҙҙы тигәнем ошо була инде. Үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа универ­ситет ашханаһында туҡланғаным юҡ, гел генә өйгә ҡайттым. Йортта йылы аштарын әҙерләп, ихлас ҡаршы алған ҡатыным булғанда, нимә тип мин буфетта йөрөп ятайым?! Гүзәл заттың иренә ҡа­ра­та тыуҙырған саф, наҙлы мө­нәсәбәте тотош ғаиләнең имен­легенә, үҫешенә барып тоташа, һәр яҡлап камиллаштыра ла кеүек.
Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы:
– Ғаилә тормошон алып ба­рыуға, ҡатын-ҡыҙ бурыстарын дөрөҫ атҡарыуға әсәйемдән өйрәндем. Бәләкәй сағыбыҙҙа атайым эштән ҡайтмайынса киске ашты ашамай инек – тәртип шу­лай. Ғаилә хужаһы табынға яҡын­лағас ҡына, беҙ ҙә, балалар, өҫтәлгә ыңғайлайбыҙ. Тышта уйнап йөрөгәндә лә өйгә йүгереп инеп: “Атай ҡайтманымы?!” – тип һөрәнләп һорашҡаныбыҙ хәтерҙә. Оло кешегә ихтирам да, иғтибар ҙа ошо рәүешле тәрбиәлән­гәндер, күрәһең.
Үҙем, эштән ниндәй генә кә­йефтә ҡайтыуыма ҡарамаҫтан, өйгә гел йылмайып килеп инә торғайным. Ишектән ингәс тә көлөп ебәрәм, яҡындарыма ипле, игелекле, ихлас ҡараш булды­рырға тырыштым. Мөхтәрҙе һәр саҡ оҙатып ҡуям, ҡаршы алам.
– Азамат исемле ул үҫтереп, ысын мәғәнәһендә абруйлы шәхес иткәнһегеҙ. Ғәҙәттә, ғаи­ләлә яңғыҙ бала үтә иркә була. Шәхсән һеҙ был мәсьәләне нисек атҡарҙығыҙ?
Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы:
– Йортобоҙ – Өфө ҡалаһын­дағы тәүге туғыҙ ҡатлы өй – Карл Маркс урамында булды, улыбыҙ шунда тышҡа сығып китә лә яң­ғыҙы мәж килеп уйнай торғайны. Тотош ҡарға сумып, кейеме боҙ хәленә еткәнсе йөрөр ҙә, йүгереп килеп инеп, яңыһын кейер, йәнә тышҡа сығып китер ине. Артыҡ ир­кәләтмәнек, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләргә, үҙебеҙ өлгө бирергә тырыштыҡ. Карл Маркс урамында тороуыбыҙҙың тағы бер иҫтәлеге – туғандар ҡалаға поезд менән килеп төшә лә, юл ыңғайы уңай­лы булғас, беҙгә инә торғайны. Беҙ эштә саҡта Азамат уларҙың һәммәһенә лә тейешле иғтибар, хөрмәт күрһәтеп, сәй эсереп оҙа­тып ҡуя ине. Ғөмүмән, малай тәр­биәләү өсөн ғаиләлә ир кеше бу­лыуы зарур. Ҡатындың йәмәғә­тенә ҡарата мөнәсәбәтенән фә­һем алып үҫә бала. Хәҙер ҡайһы берәүҙәр сабыйын йәшләй генә “нянька”ға ҡалдыра ла эшкә сы­ғып китә. Бындай осраҡта уның белемле, әҙәпле, күркәм булыуы мөһим, борон бит гувернанткалар ата-әсәнең үҙенән дә ғилемлерәк, юғары зиһенле булған, баланы дөрөҫ тәрбиәләгән. Әлеге һымаҡ, урамдан эшһеҙ ҡатынды алып, ба­лаһын көнө буйына уға тап­шы­рып ҡуймағандар. Һәр хәлдә сабыйыңды үҙең тәрбиәләү яҡшыраҡ та, файҙалыраҡ та.
– Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы, 54 йыл татыу йәшәгән ғаилә­нең башлығы булараҡ, бының серҙәре менән уртаҡлашмаҫ­һығыҙмы?
– Матур йәшәүҙең бөтә сере – Мәйсәрәлә. Үҙ-ара килешеп донъя көтөүҙә. Улыбыҙ тыуғанда тауарға ҡытлыҡ заман ине, мака­ронды бешереп, иҙеп ашатҡан саҡ­тар ҙа булды. Тормоштоң һәр һикәлтәһен сабыр, айыҡ аҡыл ме­нән үтеү кәрәк. Беҙ өйләнеш­кәндә икебеҙгә лә 30 йәш тул­ғай­ны инде. Мәктәптән һуң 4,5 йыл әрмелә хеҙмәт итеп, ҡайтып юғары белем алғансы шунса йәш булып китте. Бер-беребеҙҙе көтөп йөрөгән кеүек, табышып ҡауыш­тыҡ. Ғаилә именлеге, ҡото – ир­ҙең дә, ҡатындың да изге бурысы ул, минеңсә. Туйҙы ауылса ғына итеп үткәрҙек, ә 50 йыл бергә ғүмер итеүебеҙҙе туғандар менән йыйылып, күркәм билдәләнек.
– Бәхетлеһегеҙме?
– Аллаға шөкөр, бәхетебеҙ сикһеҙ: йүгерешеп йөрөгән ике ейәнсәребеҙ, ихтирамлы, игелек­ле улыбыҙ, киленебеҙ бар. Улар­ҙың шатлыҡ-ҡыуанысын күреү – ҙур байлыҡ та, ғорурлыҡ та. Йә­шәй торғас, шуға инандыҡ: кеше ауырлыҡҡа түҙә икән ул, ә бай­лыҡ­ҡа сыҙай алмай. Матди етеш­лек кенә тормош маҡсатына өл­гәш­кән­де аңлатмай, күңел ты­ныс­лы­ғы, бәхетле ҡартлыҡ кисе­реү, балаларыңдың һөйөүен, иғтиба­рын тойоу – иң мөһиме һәм ҡә­ҙер­леһе ул. Халҡың тари­хында яҡты эҙ, хеҙмәт ҡалдырыу ҙа – оло бәхет.
– Ҡыҙыҡлы, фәһемле әңгә­мә­геҙ өсөн ҙур рәхмәт! Яңы йыл­да яңы һөйөнөстәр, имен­лек, сәләмәтлек насип булһын ғаиләгеҙгә!
Гөлсәсәк МОСТАЕВА әңгәмәләште.


Вернуться назад