Милли матбуғат мәсьәләләре көнүҙәк12.12.2015
Милли матбуғат  мәсьәләләре көнүҙәк Ошо көндәрҙә Мәскәү ҡалаһында “Күп яҡлы донъяла матбуғат баҫмалары. Йыл йомғаҡтары: перспектива һәм тенденциялар” тигән конференция уҙҙы. Ойоштороусылар – Ваҡытлы матбуғат баҫмаларының гильдияһы, Матбуғат һәм киң коммуникациялар федераль агентлығы.

Конференция барышында төбәк майҙансыҡтары – Өфө, Ҡазан, Новосибирск, Түбәнге Новгород онлайн әңгәмәгә ҡушылды. Өфө ҡалаһындағыһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында урынлашты. Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов гәзит-журналдарға яҙылыу, матбуғатты таратыу мәсьәләләрен күтәрҙе. Йәнә милли матбуғатҡа ҡағылышлы проблемалар хаҡында әйтелде.



Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА,
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе:


– Милли баҫмалар халыҡтың һәр ҡатламын да йәлеп итә. Иң мөһиме – республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтен, тарихын сағылдыра. Шуға ла милли матбуғатҡа йүнәлтелгән төбәк ярҙамына, Федераль үҙәктең дә өҫтәмә биреүенә беҙ шатланыр инек.


Вернуться назад