Сафуан Яҡшығолов XIX быуатта уҡ Ҡоролтай программаһын яҙған21.11.2015
Сафуан Яҡшығолов XIX быуатта уҡ  Ҡоролтай программаһын яҙған Йәмғиәтебеҙгә шундай сифат хас: бер шәхестең ҡаҙаныштарын күтәрә башлаһаҡ, башҡаларҙың барлығын да онотоп ебәрәбеҙ. Ә талантлы, олуғ ижади бейеклектәр яулаған милләттәштәребеҙ бик күп беҙҙең. Ҡайһы быуатты ғына алһаҡ та, башҡорттоң һүҙ сәнғәтендә, рухиәтендә тәрән эҙ ҡалдырған, заманы йырын көйләгәндәр бихисап. Уларҙың һәр ҡайһыһының яҙмышы төрлөсә, әммә шуныһы хаҡ: әгәр кемдер тура юлдан барып, дәүеренә йоғонто яһарға, көнүҙәк һүҙҙе әйтергә теләй, ошо юлды хаҡ сәфәре тип иҫәпләй, ошо инаныстарынан тыш йәшәй алмай икән, уны ҡатмарлы ҡаршылыҡтар, хатта яҡындары тарафынан ҡыйырһытылыуҙар эҙәрлекләгән, замандаш шәхестәр араһында ла ҡабул итмәүселәр етерлек булған. Әммә пәйғәмбәрҙәр туҡмала-туҡмала, таш менән түпәлә-түпәлә үҙ маҡсатына атлаған кеүек, заман һүҙен әйткән, ҡәлептәре асыҡ милләттәштәребеҙ һайлаған юлына, ата-бабалар рухына, халҡы рухиәтенә тоғро.
Шундайҙарҙың береһе хаҡында һөйләгем, яңынан иҫкә алғым килә. Уның аяныслы ла, фәһемле лә тормошо мине лә, XXI быуат кешеһен, ҡайтанан уйға һалды, йөрәкте әрнетте, урыны-урыны менән хатта илатты. Уның хаҡында матбуғатта сығыш яһаған әҙәбиәтсе Суфиян Сафуановҡа, дәүләт эшмәкәре Мансур Әйүповҡа рәхмәт. Тарихтағы аҡ тапты аҙмы-күпме тултырған уларҙың яҙмалары. Әммә был ғына аҙ, минеңсә. Сафуан Яҡшығоловты халыҡҡа ҡайтанан ҡайтарырға кәрәк. Мәҫәлән, Ҡоролтай уңайынан уның исемен яңынан телгә алып китеү үҙебеҙгә ихтирам булыр.
Миәкәлә тыуып, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Дәүләкән районында йәшәгән яҡташым Сафуан Яҡшығолов тураһында хәтирәләр, телдән-телгә күскән легендалар күп йәшәй. Уны асылда үҙ инаныстарына тоғро ҡалып ғүмер һөргән, шиғыр менән һөйләшкән сәсән тип хәтерләйҙәр.


Ниҙән хасил рухиәтең?

Бөгөнгөбөҙгә ауаздаш рухи тәғлимәттәр тәҡдим иткән Сафуан Яҡшығоловтың ижади инешенең башында кемдәр тора һуң? XIX быуатты күҙ алдыбыҙға килтерәйек. Ул заманда совет осороноң һулышы килеп инмәгән, халыҡ дин нигеҙҙәренә һыйынған, Ислам рухында йәшәгән, ул кешенең мөмкинлектәрен сикләй тип түгел, аса тип ҡараған, улар иман хаҡында һүҙ алып барған.
Сафуан Яҡшығоловтың ата-бабалары ла башҡорт халҡының ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан кешеләр була. Егет үҙе Шафиҡ Солтанғолов исемле хәлфәлә, аҙаҡ Дәүләкәндәге мәҙрәсәлә белем ала. Әйткәндәй, район үҙәгендә бындай уҡыу йорто булыуы тураһында ла матбуғатта һирәк әйтелә. Бөгөнгө замандаштар был хаҡта белмәй ҙә тиерлек. Халыҡ араһында Дәүләкән педагогия училищеһы тураһында мәғлүмәт киң билдәле, күренекле яугир-яҙыусылар ошо уҡыу йортон тамамлаған. Ә мәҙрәсә төбәктә дини белем биреү ролен үтәгән.
Сафуан Яҡшығоловтың заманының алдынғы шәхесе булыры йәш сағынан уҡ беленә. Ул дин дәрестәре менән бергә донъяуи фәндәрҙе лә өйрәнә: тарих, география, урыҫ теле, Көнсығыш әҙәбиәтен үҙләштерә, төрки донъяһының билдәле ғалимы Исмәғил Ғаспранлының “Тәржеман” гәзите менән танышып бара. Ул, әйтерһең, сарсаған бер юлсы һымаҡ, һәр төрлө сығанаҡтарҙан белем эстәргә тырыша. Аҡмулла Яҡшығоловтың остазы ғына түгел, рухташы ла була. Ҡайһы бер шиғырҙары хатта уның рухында яҙылған, тәү ҡарашҡа авторын билдәләүе лә ауыр төҫлө. Әммә Сафуан Яҡшығоловтың тәү сиратта ғилем эйәһе булыуын иҫкә төшөргәндә, яҙғандарына фәнни нигеҙ, аҡылды егеп, заманға диагноз ҡуйыу хас. “Башҡорт ағаларына хитап” шиғыры остазының фекерен дауам итеүен, шул уҡ ваҡытта халыҡҡа үҙенсәлекле мөрәжәғәтен дә күрһәтә:
Һеҙҙә бар истиғдад һәм ҡабилиәт,
Уҡыуға, уҡытыуға ҡыйлығыҙ ғәҙәт.
Уҡыуҙыр донъя-ахирәттә сәғәҙәт,
Уянығыҙ, уянығыҙ, башҡорттарым!

Һәр тарафта уҡыу кәрәк, ер кәрәк, тип,
Ижтиһад итәләр арып-талып,
Кес кенә ҡырмыҫҡанан үрнәк алып,
Һеҙ ҙә ғафил ҡалмаңыҙ, башҡорттарым!
Тәү ҡарашҡа, Аҡмулланың ауаздары ишетелеп ҡала, шул уҡ ваҡытта шиғыр формаһында рифмаға, ритмға бик буйһоноп бармауы ла салына. Сафуан Яҡшығоловтың тәүге әҫәре ҡайҙа баҫылып сығыуы аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә төбәктә уның яҙмалары телдән-телгә күсеп, ятланып та, һөйләнеп тә йөрөй. Ә инде 1901 йылда Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевҡа ебәргән хатында тәбрик әҫәрен һалған. Ул Башҡортостан Фәндәр академияһында һаҡлана. Ә инде ваҡытлы матбуғатта тәүге шиғыры иһә данлыҡлы Ғабдулла Туҡай ярҙамы менән “Фекер” гәзитендә 1906 йылда донъя күрә. Икенсе “Яҙ килеүе” шиғыры иһә Ырымбурҙа баҫылып сыға.
Бер-береһенә рухи терәк булып ижад иткән был осор әҙиптәренең яҙмаларына уртаҡ сифаттар хас: халыҡтың һыҙланыуҙары менән яныу, уларҙан сығыу юлын эҙләү, замандаштарҙа иман тәрбиәләү. Әммә Сафуан Яҡшығоловтың әҫәрҙәре ерлекле, тап ошо төбәк, ошо ҡәүемдең ошо дәүерҙәге проблемаларын сағылдырыуы менән айырылып тора. Ул бармаҡтан һыуырып, юҡ-бар нәмәне проблема итеп яҙмаған, донъя, бәндәнең йәшәйеше хаҡында аҡыл һатыу, фәлсәфәгә бирелеү менән баш ватмаған. Уның яҙғандары – заманының хәүефтәре, кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән милләти мәсьәләләр. Һәм иң ҡыҙығы: баҡтиһәң, башҡорт халҡының проблемалары XIX быуатта ла шул уҡ булған икән дәбаһа!

“Еребеҙҙе юҡ баһаға һаттығыҙ”

Әллә беҙ илтифат итеп бөтмәйбеҙме үҙебеҙҙең “сир”ҙәребеҙгә һәм бөгөн килеп симптомдарҙы юҡ итеү менән булабыҙ, ә “ауырыуҙың” ҡайҙан килеп сығыу этимологияһы менән ҡыҙыҡһынмайбыҙмы? Һаман да шул уҡ тел, ер, эскелек, ғилем мәсьәләләрен сисә алмай яфаланабыҙ. Миҫал итеп Сафуан Яҡшығоловтың шиғырҙарынан өҙөк килтерәм.
Бына был көн жаһәләткә баттығыҙ,
Еребеҙҙе юҡ баһаға һаттығыҙ.
(“Дим буйы”).
Ер, ер, тип лаф орабыҙ бөгөн дә, баҡтиһәң, ер биләмәләрен законһыҙ бүлеү осраҡтары элек тә булған икән. Халҡыбыҙ вәкилдәре, ауыл­дарҙа, ҡалаларҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ ни ҡыла ала һуң был мәсьәләне хәл итеү өсөн? Улар ҡулынан килгәнен башҡара – ошо төбәкте ташлап китмәйенсә, ата-бабаларынан ҡалған нигеҙҙе һаҡлай, ауылдарын етем итмәй.
Быйыл мартта “РФ-тың Ер кодексына һәм айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тура­һында” Федераль закон ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, илдең һәр гражданы ерле була ала. Белмәйем, беҙҙә был Закондан нисек ҡулланаларҙыр, әммә, әллә хоҡуҡи яҡтан белемебеҙ һаман юҡ сама­һында, шатлыҡлы хәбәрҙәрҙән бигерәк, зарлы тауыштар йышыраҡ ишетелә. Ә бына Ырымбур өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙ был Законды дөрөҫ файҙаланып ҡына ҡалмаған, ошо рәүешле боронғо башҡорт ерҙәрен үҙ ҡулына алған, ҡурсалау хәстәрен күргән. Шуныһы ҡыҙыҡ­лы: урындағы етәкселек тә ул ерҙәрҙе төбәк башҡорттарына биреү яғында. Быны Ырымбур өлкәһенә командировкаға барған саҡта шәхси эшҡыуарҙарҙан ишеттем. Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәте менән башҡарылған был эшкә фатиха биреүсе­ләргә тағы ла бер тапҡыр рәхмәт!
Йәнә лә:
Һәр бер урында тырышалар ер кәрәк, тип,
Беҙҙән һуңғы балаларға иркенлек, тип,
Һеҙ йөрөйһөҙ ҡайҙа банк, нотариус тип,
Ер һатырға хәҙерләнеп, башҡорттарым!
(“Башҡорт ағаларына хитап”).
С. Яҡшығоловтың ижадын өйрәнгән С. Сафуанов был хаҡта бына нимә яҙған: “Ул үҙ халҡының яҙмышын беренсе сиратта ер мәсьәләһенә бәйләп яҡтырта. Рәсәй батшалығының колониаль сәйә­сәте, бөгөн дә ҡайһы берәүҙәр ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтаған Столыпиндың урыҫ капиталистары файҙаһына башҡарылған реформаһы һөҙөмтәһендә башҡорт халҡының борон-борондан изге милке булып килгән еренән яҙыуын шағир милләттең бөтөүгә табан юл тотоуы тип баһалай”. XX быуатта бына ошо рәүешле фекерләргә һәм эш алып барырға була ине. Бөгөн иһә ергә бәйле яңы закондар булдырылған, яңы дәүер кешеһенең мәсьәләне хәл итеү юлдары ла башҡа. Проблема бар, тип әйтеү генә аҙ, отчет докладтары ла бер ни үҙгәртә алмай, бында тап ауыл хужалығы белгестәренең яңы концепцияларын, яңы ысулдарын ишетеү ҡыҙыҡлы булыр ине. Юғиһә әҙәм ояты ла инде: һаман ер мәсьәләләрен хәл итергә ине, тип һөйләйбеҙ. Ғөмүмән, проблема тураһында түгел, уны нисек, ниндәй юл менән сисергә мөмкин – ана шул хаҡта фекер алышыу файҙалыраҡ бул­маҫмы? Әгәр яңылышһам, әйҙәгеҙ, бәхәсләшәйек.

Башҡорт зыялыһы –
иң ҡыҙыҡлы тема!..


Был заман инҡилабы ниндәй ҡыҙыҡ,
Күҙ асып ҡараһағыҙ, башҡорттарым.
Һәр бер милләт мәғарифә чалышалар,
Һеҙҙәр ғафил ятаһыҙ, башҡорттарым.
(“Башҡорт ағаларына хитап”).
О, был инде – иң ҡыҙыҡлы, иң көнүҙәк тема, минеңсә. Беҙҙең ижад әһелдәре – һәр береһе даһи, һәр береһе мәңгелек мираҫ ҡалдыра. Улар, трибуналарға менеп, халыҡтың рухһыҙлығы, гәзит-журнал тиражының кәмеүе, башҡорт мәктәп­тәренең ябылыуы, туған тел дәрестәренең бөтө­рөлөүе хаҡында йөрәк һыҙланыуҙарын еткерә. Тик әйтегеҙ әле, зинһар өсөн, халыҡты рухһыҙ тип әйтергә беҙҙең ни хаҡыбыҙ бар? Төбәктәрҙә йәшәгән милләтебеҙ вәкилдәре рух һағында тора! Уларҙы гәзит-журналға яҙылмауҙа, китаптары­быҙ­ҙы һатып алмауҙа ғәйепләрҙән алда, зыялы­ларыбыҙҙың почта йәшнигенә, китап кәштәһенә күҙ һалыу ҙа етә. Уҡый беҙҙе йәштәребеҙ ҙә, өлкәндәр ҙә, урта быуын да, тик социаль селтәрҙәрҙә, Интернет сайттарында. Был да – үҙенә күрә заман талабы һәм күренеше, тимәк, ошо юл менән дә рухиәттә зауыҡ тәрбиәләү эшен дауам итергә кәрәктер, моғайын. Ә гәзит алдырмайҙар, башҡорт китаптары һатылмай ята, тип зар иламаһаҡ та була. “Башҡортостан” гәзитенең генә түгел, “Ағиҙел” журналының тиражы өсөн дә зыялылар яуаплы. Һәр беребеҙ үҙебеҙҙән башлаһаҡ ине үрнәк күрһәтеүҙе. Өлгө алырлыҡ шәхестәребеҙ тураһында баҫмабыҙҙа әленән-әле яҙып торабыҙ. Тик... Был ғына аҙ.
Тираж хаҡында һүҙ сыҡһа, төрлө мәрәкә хәлдәр ҙә булғылай. Мәҫәлән, бер яҙыусыбыҙ нимә ти: “Мәҡәлә ебәреп ҡараным да, баҫманығыҙ бит, ниңә минең яҙмам донъя күрмәгән гәзитте алдырырға тейеш әле мин?” Икенсе миҫал: “Телефондан бер хеҙмәткәрегеҙ һорауыма аныҡ ҡына яуап бирмәне лә, хәтерем ҡалды, гәзитегеҙгә яҙылмайым, үҙегеҙгә булһын “Башҡорт­остан”ығыҙ!” Ярай, үҙебеҙгә булһын һуң!
Өсөнсө миҫал: “Шул-шул шағирҙың шиғырҙарын баҫтырҙығыҙ. Уның яҙғанын сығарып ултырған гәзит миңә нимәгә? Кимәлегеҙ хаҡында әйтер инем инде!..” Беткә үс итеп, тун яғыу була түгелме һуң, йәмәғәт?! Хәйер, Сафуан Яҡшығолов теге быуат башында уҡ был хаҡта иҫкәрткән дә бит. Тик зыялыларыбыҙҙың тарҡаулығы, иҫкесә форматта фекерләүе бөгөн дә беҙҙең дөйөм тирмәндең эшен тотҡарлай. Зыялы һүҙе әллә зыянлы менән бер тамырҙанмы икән, тип уйлап ҡуяһың. Ошо юлдар ҙа сәнғәт хаҡында кинәйә түгелме һуң:
Һөнәр, сәнәғәт, ғилемдән бары биҙеп,
Йөрөнөләр ҡоро сәхрәлә гиҙеп.
Әй, ҡурай! Лаф ораһың юҡты һөйләп,
Борон йоҡлатып үҙең, моңло көйләп.
(“Ҡурайға ҡаршы”).

Емермәйсә лә төҙөп
булмаймы икән?


Тыуған яҡтарымда булған бер хәл тураһында һөйләгем килә. Заманында Асылыкүл буйында ла таш ҡәберлектәр булған. Хатта Заятүләк менән Һыуһылыуҙың ятҡан ере лә (Балҡантауҙа, имеш) билдәле булған. Әммә заманалар менән бергә ҡәберлектәргә, ата-бабаларҙың яҡты хәтеренә мөнәсәбәт тә үҙгәргән.
Киров бүлексәһе тигән 20-30 йортло ҡатнаш халыҡлы бер ауылды үтеп китәбеҙ тыуған яҡҡа ҡайтҡанда. Ул совет осоронда барлыҡҡа килгән. Был дәүерҙә халыҡты аң-белемгә әйҙәүҙә ҙур эштәр атҡарылғанын беләбеҙ. Шул уҡ ваҡытта күпме таш йорт, боронғо ҡәберлек юҡҡа сығарылған, уларҙағы бай мәғлүмәт тупланған кәшәнәләр емерелгән! Ошо Киров бүлексәһендәге ҡайһы бер кешеләр йорт нигеҙе итеп зыяраттан таш ташыған, имеш. Булыуы ла бик ихтимал. Ул кешеләр өсөн ошо ерҙә яралған эпостың баһаһы ла юҡ (данлыҡлы “Заятүләк менән Һыуһылыу” тап ошо ерҙә тыуған бит!), етмәһә, ситтән килгәндәрҙең ошо яҡта тыуған кеше ҡәберенә әллә ни әһәмиәт бирмәүе лә ихтимал? Нисек кенә булмаһын, боронғо архитектура ҡомартҡылары, ҡәберлектәр беҙгә тиклем йәшәгәндәр хаҡында бик күп мәғлүмәт һаҡлай. Аяҡ аҫтыбыҙҙағы Өфө-2 ҡаласығы тураһында мәшһүр археологыбыҙ Нияз Мәжитов нисәмә йыл саң ҡаҡты. Ағайыбыҙ уны юғалтмау өсөн бик күп дә­лил­дәр менән, табылған ҡомартҡылар нигеҙендә ғилми-ғәмәли конференциялар ойошторҙо, республика етәкселеге иғтибарын ошо мәсьәләгә йүнәлтте. Бындай күренештәр тураһында Сафуан Яҡшығолов бер быуат элек бына нимә тип оран һалып ҡалдырған:
Фундаментҡа, тупһаларға ташыбыҙҙы
алалар,
Шуға беҙҙең рухыбыҙ, рәнйей һеҙгә, әй,
балалар!
Ҡалдырҙыҡ ер һеҙгә, йөрөһөндәр тиеп,
рәхәт йәшәп,
Һеҙ ни яуаптар бирерһеҙ,
бабаңыҙ ҡәберен ашап.
(“Башҡорттарҙың боронғо
ҡәберстанынан бер сада”).
Уйланырлыҡ урын бар ғына түгел, һаман шул бер үк тырмалар һәм шул уҡ ҡәүем балалары уға баҫа. Бәлки, был беҙҙең милли сифаттыр?

Бөтә өмөт – йәштәрҙә

Һәр дәүер тап үҙенең йәштәренә, киләһе быуынға ҙур өмөт бағлай. Уларҙан көтә халыҡты алға әйҙәр фекерҙе, яңылыҡты. Сафуан Яҡшы­ғолов та шундай уҡ мөрәжәғәт ташлай милләттең үҫентеләренә:
Баҡыңыҙҙар! Иҫке тормош бик күңелһеҙ,
Милләтемеҙ организмы ҡалмыш хәлһеҙ.
Шул хәлһеҙлек ауырыуының дауаһыны,
Әй, йәштәр! Был көндән үк эҙләгеҙ һеҙ.
(“Йәшлек дәрте”).
Фекер башы йәнә зыялыларға барып төртөлә. Уларҙан йыш ҡына “йәштәр рухһыҙ, киләсәктәре юҡ, хәстәрһеҙ, уйһыҙ быуын үҫеп килә” тигән кеүегерәк һүҙҙәр ишетергә тура килә. Эйе, ундайҙары ла барҙыр, боронғо дәүерҙәрҙән алып йәштәргә зарланғандар, сөнки йәшлек – үҙе үк дыуамаллыҡ, ҡылыс болғау, ҡабыныуҙар, һүре­леүҙәр, төңөлөүҙәр, яңынан ихтилалға күтәре­лергә әҙер булған осор. Күптәребеҙҙең был мәле оҡшаш хатта. Әммә шул уҡ ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе донъяның алдынғы юғары уҡыу йорттарында уҡытыуҙы, Лениндың “кадрҙар барыһын да хәл итә” тигән цитатаһына ярашлы, милли кадрҙарҙы төрлө өлкәләрҙә үҫтереүҙе, алмаштың белем кимәлен һәм даими тулыланып торған белгестәр батманын кем хәстәрләргә тейеш һуң? Быныһы инде – өлкәндәр һәм урта быуын иңенә төшкән изге бурыс. Сафуан Яҡшығолов та беҙгә мираҫ итеп ошо хаҡта әйтеп ҡалдырған булған да бит, әммә беҙҙең йыйындарыбыҙҙың күбеһе бер-беребеҙҙе маҡтап, миҙал, грамота таратып үтеп китә. Конкрет ошо йыл, көн, проблема хаҡында аныҡ сығыштар, һорауҙарға теүәл яуаптар талап итә заман. Тәү сиратта йәштәребеҙҙең белемен, эшле булыуын хәстәрләүҙән башланырға тейеш түгелме икән беҙҙең рухи мәжлестәр?
Сафуан Яҡшығолов та капитализм нығынған, Рәсәйҙә киңерәк йәйелә барған осорҙа башҡорт­тарҙың милләт булараҡ һаҡланып ҡалыуы, башҡалар менән бер тиң үҫешкә өлгәшеүе юлын иң тәүҙә уҡыуҙа, аң-белем алыуҙа, мәғрифәт­селеккә ынтылыуҙа, донъя мәҙәниәтен үҙләш­тереүҙә күрә. “Замандаш, бөгөн нисәнсе быуат ул?” – тип һорағым килә хатта үҙемдән.

“Сирек быуатлыҡ үҙгәреш”

Тап ошолай атала Сафуан Яҡшығоловтың бер шиғыры. Әҫәрҙә яттар баҫып алған Этҡол ауылы хаҡында һүҙ бара, тимер юл үткәрелеү сәбәпле, унда тормоштоң тотошлайы менән үҙгәреүе хаҡында бәйән ителә. Әйткәндәй, Дәүләкәндең элекке атамаһы ла – Этҡол. Юҡҡа ғына мәҡәләнең аҙағына ҡалдырманым был әҫәр хаҡында һүҙҙе. Беренсенән, ул һүҙ рәссамы С. Яҡшығоловты замана йырсыһы итеп күрһәтһә, икенсенән, Яңы Яппарҙа йәшәп, ошо Этҡол ауылына йөрөп ғүмеренең һуңғы көндәренә табан атлай шәхес. Уның ошо йылдарҙа күргән михнәттәре хаҡында халыҡ араһында бөгөн дә илатырлыҡ тарихтар һөйләнелә.
Яңылыҡты, яҡты идеяларҙы алға һөргән мулланы совет власы бөтөнләй танымай ғына түгел, төрлө ялыу менән яфалай, кешелек сифаттарынан көлә. “1917 Октябрь инҡилабының байрамы мөнәсәбәте илә” шиғырының исеме генә лә уның рухи шатлығы тураһында һөйләп торһа ла, 25 йәшендә мәҙрәсә тамамлап, балаларға донъяуи фәндәрҙән дә белем биргән муллаға урындағы власть вәкилдәре көн күрһәтмәй. Әҫәрҙәре баҫылмай. Өйөнә етем балалар алып тәрбиәләгән дин әһелен махсус рәүештә эскелектә ғәйепләп, ҡулынан муллалыҡ указын да тартып алалар. Шул килеш тә ул үҙенең инаныстарынан баш тартмай, киреһенсә, Аллаһ Тәғәләнең берлеген һәм барлығын таныу менән бергә, халыҡҡа яңы замандың ҡараштарын да еткерә, һайлаған юлынан баш тартмай, география, урыҫ теле, арифметика кеүек фәндәрҙән дә белем бирә. Хатта ул бер мәл: “Килер бер көн, иманлыларҙың абруйы тағы ла артыр, уларҙың һүҙе алға сығыр!” – тип әйткән. Ә инде әҫәрҙәрен баҫтырыу мөмкинлеге булмағас, үҙенең аралашыу, аң-белем таратыу кеүек күңел ихтыяждарын ул Дәүләкән баҙарына барып, шундағы халыҡҡа шиғырҙар һөйләп ҡандырған.
Бик йәлләнем яҡташымды, шундай кәмһе­телеүҙәргә дусар булыуын белгәс. Әммә булған бит һәм бар шундай шәхестәр – улар өсөн илдәге идеология, түрәләрҙең алышыныуы, рухи инаныстарҙың үҙгәреүе мөһим түгел. Уларҙың үҙәктәге маҡсаттары, терәүҙәре ныҡ, бер ниндәй заман еле лә, дәүләт исеменән башҡаларҙы баҫырға тырышҡан ваҡ фекерлеләрҙең шыңшыуҙары ла һындыра алмай. Шиғыр яҙмай, милләттәштәре менән аралашмай тора алмаған шағир төбәк халҡы күңеленә тик яҡты орлоҡтар ғына сәсеп ҡалдырған. Бөгөн дә ауылдарҙа өлкән быуын вәкилдәре йә уларҙың балалары ошо яҡ өсөн генә таныш берәй йыр башҡарһа, “Сафуан мулла йыры”, “Сафуан хәҙрәттең шиғыры”, тип әйтеп ҡуялар. Телдән-телгә күсә торған рухи мираҫҡа мөнәсәбәт ана шулай сағыла, шәхестәренә булған йөрәк түрендәге иң изге урынды башҡа бер кем дә биләй алмауына асыҡ дәлил дә ул. Шәхестең байтаҡ әҫәре төбәктең фольклоры иҫәбенә инеп киткәндер ҙә, моғайын, сөнки районда халыҡ ижадын өйрәнеүселәр шағир тарафынан яҙылған бәйет, ҡобайыр, йырҙарҙы Сафуан хәҙрәт яҙмаһы йәки халыҡ ижады тамғаһы менән теркәгән. Әгәр яҙғандары халыҡтыҡына әйләнә икән – ошонан да ҙурыраҡ баһа булыуы мөмкинме яҙыусыға! Аллаһ Тәғәлә ҡабул ҡылһын Сафуан хәҙрәт Яҡшығо­ловтың халҡы мәнфәғә­тендә башҡарған изге эштәрен, тип яҙа алам мин бөгөн. Тимәк, ул әйткән иманлылар заманы еткән!
Дәүләкән районында йәшәгән күренекле татар яҙыусыһы Әмирхан Еникиҙың яҙмаларында ла уның хаҡында бар тинеләр. Әммә ваҡытым етмәй ҡалды уларҙы ла эҙләп табырға, шулай ҙа киләсәктә таныштырыуҙы дауам итербеҙ Сафуан Яҡшығолов менән. Уны асаһы ла асаһы әле беҙгә. Әгәр ошбу олуғ шәхескә ҡарата күңелегеҙҙә ихтирам, йәлләү ҡатыш ҡыҙыҡһыныу уята алһам, ҡәүемемдең рухи мираҫын тулыландырыуға бер өлөш индерҙем тип иҫәпләй алыр инем. Сығышымдың аҙағында уның шиғырҙар шәлкемен тәҡдим итәбеҙ. Уҡығыҙ, баһала­ғыҙ хәлебеҙҙе, замандаштар! Химиктар, механиктар, инженерҙар беҙгә бөгөн дә бик кәрәк! Эйе, ниҙер эшләйбеҙ, тырышабыҙ ҙа кеүек, әммә яй, бик аҡрын ҡуҙғалабыҙ! Ә заман беҙҙән етеҙлек, дәүер толпарынан түңкәрелеп төшөп ҡалмауҙы талап итә...



Башҡорт хәлдәре

Боронораҡ баш улмыш хәлдәрегеҙ,
Күп улмыш ер-һыуығыҙ, малдарығыҙ,
Үҙегеҙҙән түрәләр улмыш ул көн,
Забиттарҙин1 баш улмыш һеҙҙә кантон.
Уларҙан һуң есаул илә сотник,
Дәхи булған хорунжа һәм урәдник.
Шулай тәртип илә улар үҙ-ара,
Үҙ эшен үҙҙәре ҡыйлмыш идара.
Уларҙа милли әфкәр2 булған ул саҡ,
Күрерһең, рус тәүарихтарына баҡ!
Киләсәктәрҙе ҡайғыртҡандар улар,
Гүзәл ерҙәрҙе забит итеп улар.
Киләсәктәре өсөн ғәм йыйғандар,
Балалар күрмәһен тарлыҡ, тигәндәр,
Рәхәтлектә йәшәһен, тип, балалар,
Милекләп ерҙәрен ҡалдырған улар.
Рәхәтлектә үтептер нисә дәүран,
Ере киң һәм мәғишәттәре3 фәрауан4,
Улар йөрөгән матур ҡырҙарҙа йәйләп,
Менеп шәп ат, тотоп ҡамсы, мал әйҙәп.
Елиләп5 күп ҡолондар бәйләгәндәр,
Ҡымыҙ эсеп, тәфәрреж6 әйләгәндәр,
Йыйылып сәхрәлә йөрөгәндәр менеп ат,
Был ергә ғасабабыҙ булып шат.
Биреп шатлыҡ уларға сәхрә-ҡырҙар,
Көйләгәндәр һыҙып бик моңло йырҙар.
Әй башҡорттар! Боронғо киңлек үтте,
Матур киң сәхрә, ҡырҙар инде бөттө,
Һатылып бөттө ерҙәр инде ситкә,
Һөйәктәй ташланған, гүйә, эткә.
Һөрөлөп бөттө йәшел сәхрә, ҡырҙар.
Моңайта инде хәҙер милли йырҙар.
Һөйләмә! Үтте инде ул замандар,
Биҙәкле хәтфәләй ятҡан яландар.
Кәмер ер-һыу, беҙҙә һис инде артмаҫ,
Илаһаҡ, һыҡтаһаҡ та, кире ҡайтмаҫ.
Бына, йәштәр! Һеҙгә алтын кәңәш бар:
Бойоҡмағыҙ, еребеҙ ҡалды, тип, тар,
Бәдәләттән7, жаһәләттән8 ҡасығыҙ,
Уҡырға төрлө мәктәптәр асығыҙ.
Уҡымайса әгәр ҙә ятһағыҙ тик,
Була алмаҫһыҙ есаул йәки сотник,
Уҡығыҙ, яҙығыҙ, өйрәнегеҙ тел,
Керергә мәғрифәткә бағлағыҙ бил.
Был донъяла булған һөнәрле ирҙәр:
Химиктар, механиктар, инженерҙар,
Бары ла эшкә кермештәр уҡыуҙан,
Йыһанда яҡшы эшкә кермәй наҙан.
Уҡыу, уҡыу, тиҙәр бит һәммә милләт,
Уҡыу өсөн ҡыйлығыҙ һеҙ ҙә һиммәт.
–––––––––––––––
1 Забит — буйһондороусы.
2 Әфкәр — фекер.
3 Мәғишәт — тормош.
4 Фәрауан — бай.
5 Елиләп — ҡолондар бәйләр өсөн ҡыҫҡа ғына
ҡаҙыҡтарға бәйләнгән ҡыл арҡан.
6 Тәфәрреж — күңел асыу, өйҙән ситкә сығып китеп
ял итеү.
7 Бәдәләттән — ҡырағайлыҡ.
8 Жаһәләт — наҙанлыҡ.

Боронғо башҡорт сәхрәһе

Бар ине башҡорт илендә
Бик гүзәл, хозур заман,
Ере иркен, малдары күп,
Күсмәле йөрөгән заман.
Яҙлы-көҙлө сыҡһа ҡояш,
Мөғтәдил1 булып һауа,
Күтәрелә ине ерҙән
Һауаға күм-күк томан.
Яҙ көнөндә күҙ ҡамашыр
Ине, сыҡһаң сәхрәгә,
Төрлө сәскә: ал, ҡыҙыл, аҡ,
Һап-һары алтын һымаҡ.
Әрәмә-урмандарында...
Күп ине шоморт, сейә
Һәм сиҙәмлектәрҙә ҡыҙыл
Ер еләк һәм бөрлөгән.
Тирә-яҡтары йәм-йәшел
Түшәлеп хәтфә кеби,
Ята ине диңгеҙ кеби
Тулҡынып сикһеҙ ялан.
Йәйге көндәр бигерәк хозур
Ине, кистәр булһа тын.
Һандуғастары һайрашып,
Төрлө ҡош ҡыйлһа фәған2.
Шул тауыштарға ҡушылып
Ҡыҙҙарҙың тауыштары,
Тау башында моңайып,
Ҡушлап ҡурайға йырлаған,
Бик моңайта, зарландыра
Ине тыңлаусыларҙы.
Оҙаҡламай ерҙәре бөтмә-
Генә икән нишан.
Йәй көнөндә күсеп сығып,
Йәм-йәшел киң сәхрәгә,
Ап-аҡ тирмәләр ҡороп
Йөрөр инеләр шадман3.
Ҡайта торған ине гөрләп
Өйөр-өйөр йылҡылар,
Теҙелешеп тау буйынан
Һәм сабышып тау түбән.
Тәмле саф ҡымыҙ ейешеп,
Йыйылышып тирмәгә,
Ултыра торған инеләр
Йырлашып ҡурай илән.
Көҙ ҙә, ҡыш та ат һимертеп,
Һунарға менеп сығып,
Һуға инеләр бүреләр,
Төлкөләр, яхуд, ҡуян.
Булды уларҙа сәрүәт,
Үҙҙәре һәм хөр ине,
Шул сағында уларға һәм
Был донъяла булды һан.
Башҡорттарым! Үтте инде,
Ул ваҡыт ҡайтмаҫ кире,
Һағынып-һағынып илаһаңыҙ,
Күҙегеҙҙән түгеп ҡан.
Инде ҡайтып вәхшилектән,
Уянырға башлаңыҙ!
Мәғрифәт, ғилем алырға,
Көнләшеп Яурупанан.
Һуңғыларға ҡалды бик аҙ
Ереңеҙ, һыуҙарыңыҙ.
Ҡәҙере булмаҫ донъяла һис,
Үҙҙәре булһа наҙан.
Йөрөмәһен буш әүләдеңеҙ4,
Биреңеҙ мәктәптәргә,
Уҡыһындар, алһындар хат5,
Донъяуи, ахирәүиҙән.
Бына! Был назим6 йәшлектә
Ваҡытыны бер бад итеп7,
Бик үкенә ҡалғанына,
Уҡый алмайса, наҙан.
–––––––––––––––
1Мөғтәдил — таман, нормаль.
2Фәған — ярҙам һорап ҡысҡырыу.
3Шадман — шатланып.
4Әүләд — балалар, тоҡом, нәҫел.
5Хат — яҙыу-һыҙыу.
6Назим — шағир, назымсы.
7Бад итеп — елгә осороп.


Вернуться назад