Ауыл мәктәптәре һис ҡалышмай14.10.2015
Республикабыҙҙағы 14 мәктәп Рәсәйҙәге иң яҡшы 200 ауыл мәктәбе иҫәбенә инде. Был рейтингты Мәскәү өҙлөкһөҙ математик белем биреү үҙәге әҙерләгән.

Исемлектә Борай ауылындағы 2-се урта һәм 1-се гимназия дөйөм белем биреү мәктәбе, Баҡалы ауылынан 1-се һәм 2-се урта мәктәптәр, Шишмә ҡасабаһындағы гимназия һәм Алкин ауылындағы 2-се урта белем биреү мәктәбе бар. Уңышлылар араһына Өфө районының Булгаков һәм Ауыр­ғазы районының Талбазы ауылда­рын­дағы лицейҙар, Асҡындағы 2-се, Иҫке Собханғол, Раевка, Иглин ауылдарын­дағы мәктәптәр, Раевкалағы, Үрге Йәркәйҙәге гимназиялар ингән.
“Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре” исем­леге 2013 йылдан алып төҙөлә. Былтырға тиклем рейтингты билдәләү өсөн Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөм­тәләре иҫәпкә алына ине. 2015 йылдан иһә Дөйөм дәүләт имтиханы йомғаҡ­тарына ҡарап баһа бирелә.




Вернуться назад