Үҙҙәренең “Почтальон Печкин”ы бар07.10.2015
Өфө районы хакимиәте иң яҡшы почтальондарҙың береһе — Октябрь элемтә бүлексәһе хеҙмәткәре Галина Дамаскинаға велосипед бүләк итте.

Галина бындай бүләктән бик ҡәнәғәт, сөнки уға эш көндәрендә оҙон юл үтергә тура килә. Әле хат ташыусы Өфө районындағы Октябрьский һәм Первомайский ауылдарын хеҙмәтләндерә. Яңы велосипед ҡараңғыға ҡалған осраҡта фонарик менән йыһазлан­дырылған, матбуғатты, хат-хәбәрҙе ташыу өсөн кескәй генә багажнигы ла бар.
Өфө районы хакимиәте башлығы әйтеүен­сә, иң тырыш почтальондарҙы бүләкләү, яҡшы йолаға әүерелеп, артабан да дауам итәсәк.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика