Тыуған ерҙең әреме лә хуш еҫле26.09.2015
Тыуған ерҙең  әреме лә хуш еҫле Кеше ғүмерен аҡҡан һыуға тиңләһәң, таушалған һүҙ була инде, әммә шунһыҙ ҙа мөмкин түгел. Һанаулы ғына йылдар эсендә әҙәм балаһы ниндәй генә ерҙәрҙең һыуын уртламай ҙа, ҡайһы ғына үрҙәргә күтәрелмәй. Әгәр бер кешенең ғүмер юлын ҡабаттан юллап, күргәнен йәнә күҙ алдынан үткәрер әмәлдәр табылһа, ни хәтлем иркен, бай донъяла йәшәүебеҙҙе яҡшыраҡ аңлар инек.
Кешеләрҙең яҙмышы ла үҙҙәре һыулаған йылғаға оҡшай кеүек. Башҡортостанда, мәҫәлән, уны арҡырыға-буйға селтәрләгән, бар тереклеккә йән биреүсе ун өс меңгә яҡын йылға аға. Һәр береһенең үҙе генә ярған үҙәне, тәү тиртеп сыҡҡан инеше, һыуын илтеп ҡояр олораҡ даръяһы була. Бына миҫалға, Әй, Өрәнге һыртынан яҡты донъяға сыға ла, борандап, өс йөҙ саҡрым юл үтеп, тәрән-һай тиҫтәләрсә йылғаның һыуын йыйып, Өфө яҫы таулығына төртөлдөм тигәндә, Ҡариҙелгә барып ҡушыла. Тегеһе һыуын – Ағиҙелгә, ә ул үҙ сиратында Чулманға (Кама) ауҙара. Әлеге Әй һәм уның ҡушылдыҡтары, Чулман, Волга тулҡындарына хәл ҡәҙәренсә ҡеүәт биреп, Каспий диңгеҙенә килеп сыға. Күрәһегеҙ, алыҫ нисәмә дәүләт ярҙарын ҡағыусы тулҡындарҙа башҡорт илендә хасил булған һыу тамсылары ла бар.

Әйтер һүҙемде башлай алмай йылға буйҙарында мыштырлап йөрөүем оҙон-оҙаҡ хәбәр һөйләргә йыйыныуҙан түгел. Донъя гиҙеп, мәғлүмәт үә белемде ер-һыу­ҙан йыйған ғалимдың булмышын шуға күрә йылға яҙмышына оҡшаттым. Мәғлүм бул­ғандарҙың хәтерен яңыртыу, белмә­гән­дәрҙе Инбер Япаров менән таныштырыу теләге күңелдә күптән үк бөрө­лән­гәйне. Дуҫым, фекерҙәшем, ға­лим-географ, Башҡорт дәүләт университеты доценты Инбер Мөхәмәт улының ғүмер ағышында ошо көндәрҙә бер мәлгә генә туҡталып тын тартыр сәбәп булмаһа, әйтеремде, кем белә, һеҙҙең менән уртаҡлаша алыр инемме икән?
Бөгөнгө һүҙгә сәбәп булған шәхес тура­һында йәнә бер нисә кәлимә әйтер алдынан “Ниндәйерәк фән һуң ул география?” тигән ябай ғына һорауға яуап эҙләп ҡара­йыҡ. Был фән ерҙең географик көбөн, уның структураһын һәм динамикаһын өйрәнә. Географик тикшеренеүҙәрҙең төп маҡсаты — йәмғиәттең һәм тәбиғәттән файҙаланыуҙың территориаль ойошторолоуын фәнни йәһәттән нигеҙләү, йәмғиәт­тең экологик яҡтан хәүефһеҙ үҫеше стратегияһын эшләү. Һәм, әлбиттә, географик өйрәнеүҙәрҙең иң мөһим йүнәлеш­тәренең береһе — кеше менән тәбиғәттең үҙ-ара килешеп йәшәүе.
Хәҙер инде ошо мөхиттә ҡайнаусы география фәндәре кандидаты Инбер Япаров тураһында һүҙҙе дауам итәйек.
Дыуан, Ҡыйғы, Салауат райондарының административ сиктәре бер урындараҡ осрашҡан, Әй йылғаһы, ҡырт төньяҡҡа боролған ерҙә Ҡәҙер тигән тарихлы ла, ҙур ҙа ауыл бар. Тарихсы Әнүәр ағай Әсфән­диәровтың раҫлауынса, уға Себер юлын­да­ғы Әйле улусының аҫаба башҡорттары 1700 йылда нигеҙ һалған, имеш. Халыҡ­тың кәсебе мал тотоу, ашлыҡ сәсеү, ҡорт­солоҡ, арба-сана рәтләүҙән торған. Зама­нына ҡарап, ҡәҙерҙәр берсә күмә­гәйеп, берсә һирәгәйеп көн иткән. Төпкөл ауыл тимәгеҙ, ике мәсете, мәҙрәсәһе, мөгәзәйе, Әй аша йөрөүгә борамы булғас, ул оло донъянан ситтә ятмай инде. Хәйер, совет власы йылдарында ла әйлеләр, Киров исемендәге колхозға берләшеп, ҙур мәктәп, китапхана, клуб, балалар баҡса­һы, фельдшер-акушерлыҡ пункты тотоп, республика алдында һыр бирмәй йәшәне.
Ауыл тирәһендә уны тарихлы иткән ике археологик ҡомартҡы бар. Горох мәҙәниә­тенә ҡараған Ҡәҙер ҡурғандары, археологик ҡомартҡы булараҡ, йәшен беҙҙең дәүергәсә IV быуаттың икенсе яртыһынан һанай икән. Бында табылған әйберҙәр хәҙер республиканың Милли, Археология һәм этнография музейҙарында һаҡлана. Унан тыш, Ҡәҙер ауылы эргәһендә генә неолит, тәүге тимер быуат кешеләре көн иткән урын да бар. Аңғарғанһығыҙҙыр, дуҫым көнләшерлек боронғолоҡ һаҡлан­ған, еренең аҫты ла, өҫтө лә байлыҡ, гүзәллек менән тулған төбәктә үҫкән. Әҙәм балаһының холоҡ-фиғеленә, донъяға ҡарашына, хатта төҫ-башына ла уны уратып алған тәбиғәт ныҡ йоғонто яһай, тип раҫлайҙар. Инбер Япаровта кешеләргә ҡарата ихласлыҡ тәбиғәткә булған ихтирам һәм һөйөү менән бергә үрелгән.
Ә һуң атаһы, әсәһе ниндәй кешеләр булған бит! Мөхәмәт ағайҙың тәржемәи хәлендәге бүтән мәлдәргә ҡағылмай, Бө­йөк Ватан һуғышы йылдарын ғына уйла­ғанда ла, был ир-арыҫланды күңел тү­рен­дә мәңге һаҡларлыҡ. Яугир хеҙмәт иткән ғәскәри часть Хасан күле һәм Халхин-гол тирәһендә самурайҙарға ҡаршы тора. Артабан да Мөхәмәт Япаров Алыҫ Көнсығыштағы айырым тәғәйенләнештәге ғәскәри төркөмдә ҡалдырыла. Мөҙҙәте еткәс инде ул, пулеметсылар ротаһы командиры сифатында Харбин ҡалаһынан япондарҙы бәреп сығарыуҙа ҡатнаша. Өлкән лейтенанттың күкрәген ике Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, бик күп миҙалдар балҡыта. Сафура Әлтәф ҡыҙы, ябай ғына колхозсы ҡатын булһа ла, русса ла һин дә мин, ғәрәпсә лә уҡый-яҙа. Шуғалыр, балалары уҡыу-белемгә тартылып үҫә.
— Миңә һәммә фәндәр ҙә еңел бирел­де, шулай ҙа мөкиббән китеп уҡығаным математика, география, тарих, биология, рус һәм башҡорт әҙәбиәттәре ине, — тип хәтерләй Инбер. — Ошо фәндәрҙән олим­пиадаларҙа ҡатнашып, гелән еңеүселәр иҫәбенә инә торғайным.
Ҡәҙер һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә, айырым алғанда, тәбиғәтте өйрәнеү ифрат һәйбәт ойошторола. Мәктәп баҡсаһында емеш-еләк үҫтереү, тәжрибәләр үткәреү, фенологик күҙәтеүҙәр, экскурсиялар — тирә-яҡ мөхитте белеү һәм аңлауға юл шулар аша үтә бит инде.
Уҡыуға етди тотоноуы Инбер Япаровҡа икеләнеүҙәр, һеңгеҙәрлек бәлә-ҡазалар менән бергә килгән. Һигеҙенсе класта уҡығанында ул математика буйынса республика олимпиадаһында призлы урынға сыға һәм (бына ҡыуаныс!) үҫмергә Мәскәү дәүләт университетының математика мәктәп-интернатына юллама тотторалар. Әммә ауыл малайының ҡулға инеп килеү­се уңышты теҙгенләргә йөрәге етеңке­рә­мәй ул саҡта. Инберҙең әлеге ҡағыҙын Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа тәғә­йен­ләп үҙгәртәләр. Ҡабул итеү имтихандары гел “бишле”гә тапшырыла, ләкин “уңма­ған­дың уғы ҡыйыш китер” тигәндәй, “ра­йонға тип бүленгән квота тулған” тип йәнә оторо ҡағыҙ килә. Шулай ҙа эргәлә генә данлы Мәсәғүт педагогия училище­һының булыуын да онотмайыҡ. Япаров имтихан­дарҙы бер тынала тапшырып, 7 августа ҡабул ителеүе тураһында бойороҡ ала. Икенсе көндө, улының эш-ғәмәлдәрен белә алмай, дауаханала Мөхәмәт ағай баҡыйлыҡҡа китә.
Хәлдәр… Мәсәғүт педагогия училище­һына барып эләгеү Инбер өсөн, моғайын, бәрәкәтле юл булғандыр. Сөнки был уҡыу йорто, уны тамамлағандар фекеренсә, тотош институтҡа торошло. Ғәйәт көслө уҡытыусылар, бай китапхана. Гете, Шиллер, Стендаль, Золя, Мопассан, Жюль Верн, рус әҙәбиәте классиктары Виталий Бианки, Михаил Пришвин, Константин Паустовский, Владимир Арсеньев, Владимир Корчагин. Ошо маһирҙар яҙған әҫәрҙәрҙең үҫмерҙең күңелен тәбиғәт донъяһына, географияға тартыуына ғәжәпләнерлекме ни? Унан һуң, бала саҡтағы хайран ҡалып күҙәтеүҙәр: ҡар иреүе, ҡоштар ҡайтыуы, боҙ китеү, ҡышҡы урмандағы ҡош-кейек­тәрҙең эҙен юллау… Бәлки, ҙур теләк йәиһә игелекле кешеләрҙең ярҙамы ҡанат­ландырғандыр, иллә Инбер Япаров, педучилищенан аҙаҡ мәктәпкә мотлаҡ китергә тейешлектән уҙып, Башҡорт дәүләт университетының география факультетына килеп ингән.
Һәм бына ул хәҙер — республикала танылған белгес-ғалим. Инбер Мөхәмәт улы географияның мәктәптә уҡытыу предметы ғына булмауын, бәлки, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, хужалыҡты алып барыу һәм үҫтереү өсөн ифрат мөһим икәнлеген раҫлай килә. Ысындан да, экология мәсьәләләре менән етди шөғөлләнеү өсөн тәбиғәт закондарын тәрән белергә кәрәк. Хәҙер, шөкөр, Рәсәйҙә географияның иж­тимағи тормошта тотҡан урынын аңлау бар. Япаров Рус география йәмғиәтенең 2009 йылда үткәрелгән сираттан тыш съезында делегат булып ҡатнашҡан. Ғөмү­мән, ошо ойошма эшендә Владимир Пу­тин, Сергей Шойгу, Артур Чилингаров һымаҡ оло абруйлы кешеләрҙең ҡатна­шыуы география фәненә иғтибарҙы көсәйтте.
Япаров утыҙ өс йыл географтар тәр­биәләй. Үҙем дә тәбиғәт хәлдәренә ғафил йәшәмәгәнгәлер, Инбер менән фекерҙә­ребеҙ уртаҡ. “Ашҡаҙар”, “Юлдаш” радио студияларында йыш осрашабыҙ. Мине уның, киң эрудициялы булыуынан тыш, ҡатмарлы уҡ фән мәсьәләләрен баш­ҡортса һоҡланғыс матур тел менән аңлата алыу һәләте ғәжәпкә ҡалдыра, сөнки бел­гестәр күп тә, әммә белгәнен халыҡҡа еткереү маһирлығы милләтебеҙ зыялыларына етеңкерәмәй. Япаров радио, теле­виде­ние, матбуғат аша битараф бул­ма­ған­дарға тәбиғәт механизмының нисек эшләүен аңлата. Минеңсә, бик мөһим, мәғрифәт йәһәтенән кәрәкле ғәмәл был.
“Ата-инә – йәше менән, улы-ҡыҙы эше менән” тигәндәй, ошо көндәрҙә алтмыш бишен тултырған, үҙ фәненең өлкәһендә тауҙай эштәр атҡарған ғалим ғаилә уса­ғының йылыһына кинәнеп йәшәй. Хәләле Зилә Шәүкәт ҡыҙы менән педучилищела бергә уҡығандар. Ул – мөғәллимә, Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған мәғариф, Рә­сәй­ҙең маҡтаулы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
– Ҡыҙҙарым Гүзәл менән Айгөл, ейән­сә­рем Айһылыу – ҡыуанысым, – тип йөрәк­һеп һөйләй Инбер Мөхәмәт улы. – Үҙ телебеҙҙә рәхәтләнеп һөйләшәбеҙ, балалар илебеҙгә, милләтебеҙгә ҡарата бик ихтирамлы.
Тәбиғәт мөхитендә ҡайнаған кеше тура­һында һөйләүе – үҙе бер кинәнес. Инбер дуҫ шул донъяла ризалыҡ менән йәшәй. Уның инаныуынса, тәбиғәткә үҙ ҡарама­ғынса эш итергә форсат бирергә кәрәк, сөнки бурыстарын ул беҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ белә.




Вернуться назад