Белмәһәгеҙ, һорағыҙ18.09.2015
Белмәһәгеҙ, һорағыҙ Октябрь айының тәүге көнөндә Рә­сәйҙә мөлкәт һалымын түләү кам­пания­һы тамамлана. 2 октябрҙән иһә үҙ ирке менән һалымды түләмәгән кешегә штраф һалынасаҡ. Атап әйткәндә, артабан һәр көнгә түләүҙе кисектергән өсөн пеня өҫтәлә.

18 – 19 сентябрҙә республикалағы һалым инспекцияларында Асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла. Был сарала физик берәмектәрҙең мөлкәтенә һалым билдәләү тәртибе, шулай уҡ транспорт, ер һалымдары хаҡында ентекле мәғлүмәт алырға мөмкин. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан ида­ралығындағы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һалым органдарының барлыҡ офистары, шулай уҡ айырым­ланған территориаль эш урындары 18 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә, ә 19-ында иртәнге сәғәт 10-дан көн­дөҙгө 3-кә тиклем халыҡты хеҙмәтләндерә.
Белгестәр мөлкәт һалымының кем тарафынан һәм ниндәй ваҡыт эсендә түләнергә тейешлеге, билдәле бер муниципаль берәмектә ҡулланылған һалым ставкаһы һәм ташламалар хаҡында ентекле һөйләйәсәк, һалым һалыуға ҡағылышлы башҡа һорауҙарға ла яуап бирәсәк. Үҙҙәренә килгән белдереү ҡа­ғыҙында ниндәйҙер хата тапҡан ос­раҡта граждандар урында уҡ ғариза яҙа ала.
Белмәһәгеҙ, һорағыҙҺалым инспекцияһында “Физик бе­рә­мектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” (https://Ik2.service.nalog.ru/Ik/) хеҙмәтенә теркәлергә була. Ул инспекция менән электрон бәйләнешкә инеү һәм мөлкәт һалымы буйынса иҫәп­ләшеүҙе контролдә тотоу мөмкинлеген бирә.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, быйылғы 1 ғинуарҙан бирле һалым белдереүен бер тапҡыр ҙа алмаған һәм мөлкәте өсөн түләмәгән кешеләр был турала инспекторҙарҙы мотлаҡ иҫкәртергә тейеш. Хәбәр ебәреү алымы Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы “Физик берәмектәр” киҫәгендә (http://www.nalog.ru/rn02/fl/interest/imuch mes) урынлаштырылған. 2017 йылдың 1 ғин­уарына тиклем бындай объекттарға һалым хәбәр ебәрелгән йылдан, йәғни быйылдан башлап билдәләнә.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика