Ҡайтауаздар ғына ҡалды...16.09.2015
Ҡайғы һорап тормай, бәхет тулы тормошомдоң ишеген дә ҡағып тормай, тәҙрәһен ватып инде. Тын күгемде күкрәтеп, мөхәббәтте йәшен атты. Донъямдың ҡояшы һүнде. Хәҙер күңелдә — көҙ, ямғыр, һағыш...

Һөйөү кем йөрәген тилмертмәгән дә кемде генә тилертмәгән. Баш юғалтып ғашиҡ булыуҙар мәктәп йылдарынан уҡ, хатта иртәрәк башлана. Мөхәббәткә бар кеше лә хаҡлы, әммә бәхеткә хаҡтар сикле. Өҙөлөп һөйгән беренсе мөхәб­бәтең менән ҡауышыуҙы Хоҙай һәр кемгә насип итмәй, бәхеттәрен тыйып, бик ҡуя. Йөрәктә бары һыҡраныу ғына ҡала. Һине һөйгән һинһеҙ тилмерә, һин яратҡан китә башҡа менән.
Һөйөүҙәрҙән донъя яралған, мөхәб­бәтһеҙ күңел — буш һауыт, һөйөү бул­маһа, мең шатлыҡ та бәхетле яһамай әҙәм балаһын, һөйөү хатта батшаны ла тәхеттән баш тарттырған, ти. Йәш ваҡытта осрашыуҙар, һөйөп-һөйөлөү­ҙәр, һөйөшөүҙәр — тәбиғи хәл. Тәбиғәт үҙе табыштыра, осраштыра кешеләрҙе, ә «өсөнсө»ләр аҙаштыра. Фажиғәме, мөғжизәме был, йәрҙәр бәхет таба яттарҙа. Яҙған тәҡдир күрелә: эсмәйенсә булмай эсерҙе, күрмәйенсә булмай күрерҙе.
“Йоп” сыҡманы, “таҡ” сыҡты беҙҙең яҙ­мышҡа. Ай янындағы йондоҙ шикелле, бер-беребеҙҙең яҙмышын ситтән күҙә­тергә яҙҙы беҙгә. Ярата белеү бәхетенә яраттыра белеү бәхете теймәне.
Тәүге йәр — Хоҙайҙан, Юғарынан. Ғүмер бер генә бирелгәндәй, мөхәббәт тә бер генә. Әммә уның тәрәнлеген белеү һәр кемгә тәтемәй. Мөхәббәттең, һөйөүҙең матурлығы, баһаһы шунда: уны саф килеш, тоғро һаҡлай белеүҙә, ә был — үҙе бәҫлек, күркәмлек. Ул минең тормошома аҡлыҡ, сафлыҡ төҫө булып инде һәм шулай ҡалды ла. Ғүмеремдең иң матур сағы уның менән үтте. Уны һөйөүҙе яҙыҡ тиеүселәр ҙә табылыр. Тик ҡасан гонаһ булған һуң яратыу? Был сафлыҡтың юҡ ғәйебе, юҡ үткәне, һәм ул бер ҡасан да тутыҡмай.
— Үлгәнсе ташламайым.
— Вәғәҙәме?
— Вәғәҙә!.. Үлгәнсе ташламайым!.. — Мине яңғыҙ итеүсе, бәлки, ошо һүҙҙәр булғандыр ҙа...
— Ромео менән Джульетта — ул беҙ, беҙҙең турала ошондай легенда йөрөй, ишеткәнең бармы? — ти ине. Ялға сыҡҡас, бәхетһеҙ мөхәббәтебеҙ хаҡын­да мемуар яҙам тип хыяллана ине... тик китап яҙылып өлгөрмәне. Уҫал яҙмыш, үс һәм мәкер мине – унан, уны минән урланы. Беҙ, ысынлап та, легенда геройҙары булып ҡалдыҡ. Уның күңелен минән өшөттөләр. Беҙҙең осрашмау кем­дәргәлер бик кәрәк ине. Юлдар өҙөлдө, дөрөҫөрәге, өҙҙөләр.
Биш-алты йәштән үк башланған саф, таҙа, эскерһеҙ мөхәббәт фажиғә менән тамамланды. Шул хәлде булдырмау мөмкин булһа, уны бер ҡасан да белмәгән көндәремә, артыма әйләнеп тә ҡарамай, кире йүгерер инем, ул да, бәлки, иҫән-һау булыр ине — минең бәхеткә. Бик ҡыйбатҡа төштө был “өсмөйөш”лө мөхәббәт, уның һаулығы, хатта ғүмере менән түләп ҡуйҙыҡ был ләззәт өсөн. Ҡырау алған көҙгө сәскә һымаҡ яраланған һөйөү ҡарайҙы, үлде. Ағас башын ел бутай, әҙәм башын тел бутай, донъя ялғанға батты, ҡоланы, түңкәрелде. Йомортҡанан йөй эҙләгәндәй, бер ғәйепһеҙ минең йәнемдән ғәйеп табып, ялғанға ышандырып, уны харап иттеләр, мине файҙаландылар. Уның ауырыуы табиптар дауалай торған сир булманы.
Йөрәктә хәҙер оло мөхәббәттең оҙон хәсрәттәре урын алды. Йөрәгемдең йәне бойоҡ, күңелемдең көҙгө урмандай үтә күренмәле, шыр яланғас ҡалған мәле. Һағыштарҙы баштан-аяҡ ябындым, бөркәндем. Донъя матур — йәшәү һөйөндөрмәй, донъя киң — шунда үҙемә урын табып булмай. Әйтегеҙсе, кемегеҙ белә көйһөҙ кәйефте көйләргә?! Яурынымды баҫҡан тауҙы нисек ишеп төшө­рәйем? Уның менән китте онотолмаҫ, бер ҡасан да ҡабатланмаҫ, кире лә ҡайтмаҫ шатлыҡ-ҡыуаныстарым.
Ғүмер ҡыҫҡа, һәм ул бер генә. Ҡояш­тың ҡыҙыуы төшкә тиклем, ваҡытында һөйөгөҙ, һөйөлөгөҙ! Бәхет арттағыны көтмәй, йәлләмәй. Хистәрегеҙ бөрөлә­неп кенә ҡалмаһын, сәскә атһын, емешен бирһен. Бәғерҙәрегеҙҙе әрнетмәгеҙ, һыҙлатмағыҙ, йәрегеҙҙе ятҡа бирмәгеҙ! Һөйөү — усаҡ төҫлө, ялҡын өҫтәгәнде ярата. Йәшәһен ерҙә Мөхәббәт!






Вернуться назад