Әүҙемлек һәм дәррәүлек күҙәтелде15.09.2015
Әүҙемлек һәм дәррәүлек күҙәтелде Башҡортостандағы Берҙәм тауыш биреү көнө һөҙөмтәле генә үтте. Тик 7310 депутат мандатының берәүһе эйәһеҙ ҡалды. Сәбәбе — Архангел районының Абҙан ауыл Советы буйынса депутатлыҡҡа кандидаттың тейешле кимәлдә тауыш йыя алмауы.

Кисә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комис­сияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, журналистар менән осрашып, һуңғы яңылыҡтар хаҡында таныштырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: йәкшәмбе республиканың 53 районына ҡараған 775 ауыл биләмәһе Советына депутаттар һайланды. Бынан тыш, һайлау кампанияһы ике ҡасабала — Шишмәлә һәм Приютта — үтте. Туймазы һәм Күмертау округтары буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлау уҙҙы.
Республика халҡы, һәр ваҡыттағыса, һайлауҙа әүҙем ҡатнашты. Айырыуса Баҡалы, Күгәрсен, Шаран райондарын билдәләп үтергә кәрәк. Был төбәктәрҙә һайлауға килгәндәр тауыш биреү хоҡуғына эйә булғандарҙың 90 процентынан да күберәк тәшкил иткән. Ә республика буйынса дөйөм күрһәткес — 75,17 процент. Шуныһы ҡыҙыҡ: ун һайлау округында 20 кандидат бер тигеҙ тауыш йыйған. Улар араһында еңеүселәр йәрәбә ярҙамында билдәләнгән.
Быйылғы кампания партияларҙың әүҙемлеге менән дә иҫтә ҡаласаҡ — урындағы һайлауҙарға 11 партияның 9 меңдән ашыу вәкиле тер­кәлгәйне. Әммә уларҙың өсәүһе — “Йәшелдәр” Рәсәй экологик партияһы”, “Рәсәй пенсионерҙары партияһы” һәм “Ватан һаҡсылары” — һынауҙы үтә алмаған.
Хәйҙәр Вәлиевтең әйтеүенсә, төбәктә йәмғеһе 2342 һайлау участкаһы ойошторолған. Уларҙың барыһы ла тауыш биреү өсөн үтә күренмәле стационар йәшниктәр менән йыһазландырылған. Һайлауҙарға хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә 17 меңдән ашыу комиссия ағзаһы йәлеп ителгән.




Вернуться назад