Халҡыбыҙҙың талантлы улы ине15.09.2015
Ҡулыма Вил Ғүмәровтың “Яуа зәңгәр ҡарҙар” тигән китабы килеп эләкте. Йыйынтыҡҡа шиғырҙар, драма әҫәрҙәре, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялар, ғилми хеҙмәттәр тупланған. Әйҙәгеҙ, китаптың эсенә инеп сығайыҡ.

Үҙ халҡының ҡайнар патриоты булараҡ, Вил Бәшир улы “Ҡәләмдәштәргә хат” тигән мәҡәләһендә ошоларҙы яҙған: “Башҡортостан менән Татарстан — йомартлыҡ буйынса бөтә донъя рекордын ҡуйған республикалар. Мин һис шаяртмайым. Беҙ — 1 миллиард 300 миллион, ә күршеләр 200 миллион тонна “ҡара алтын” сығарҙы. Донъя баҙарында нефттең тоннаһы 110 доллар, тимәк, нисәмә миллиард аҡса эшләр инек, әгәр шул нефтте тотоноуҙы үҙ ҡулыбыҙға алһаҡ? Һанап сығығыҙ әле. Тик бер һуҡыр тин, исмаһам, бүленһәсе. СССР Нефть министрлығы беҙгә ни бары ҡуҡыш ҡына күрһәтте. Ә улар килтергән ҡаза һанап бөткөһөҙ: нефтселәр арҡаһында күпме баҫыу, болон, урман тәләфләнде. Бәләбәйҙән Туймазыға тиклем ауылы ла, ҡалаһы ла эсәр һыуға мохтаж, сөнки бөтә инештәр, ҡойолар, ҡоҙоҡтар ағыуланған. Фекеремде дауам итеп, шуны әйткем килә: беҙ һуңғы йылда союздаш республика статусын талап итеү менән мауығып, автономияның хоҡуҡтарын файҙаланыуҙы онота яҙҙыҡ”.”.
Миңә Вил Ғүмәровтың әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, сәйәси яҙмалары, рецензиялары, мәҙәни күҙәтеүҙәре, уның тураһындағы хәтирәләр бик оҡшаны. Замандаштар булараҡ, әҙипте яҡшы белә инем. Тик уның менән аралашып йәшәргә тура килмәне. Бер күргәндә ул үгеҙ һымаҡ таҙа, шалҡан кеүек йомро күренде. Ә үлемен Башҡортостан радиоһы аша ишеттем. Ул саҡта Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй инем. Яңыраҡ ҡына тап-таҙа йөрөгән кешенең үлеме ныҡ аптыратты. Хәйер, шағир Кәрим Булаттың Вил Ғүмәров тураһындағы иҫтәлеген ҡарап сығайыҡ.
— Вилдең мәғәнәһеҙ, серле үлемендә әгәр кемдер ғәйепле булһа, выждан ғазабы кисермәй ҡалмайҙыр, әммә ул мәлдә кем тарафынандыр мәрхүмде тыуған ауылына тиҙерәк оҙатыу сараһы күрелде. Ул роман яҙыуы тураһында әйткәйне, әммә ижади архивын барлағанда, ҡулъяҙмаһы табылманы (шағирҙың әсәһе килгәс, ул комиссияла мин дә булдым). Фотоға төшөрөү менән шөғөлләнергә яратты, ҡыйбатлы фотоаппараты ла күренмәне (ишеккә йәбештерелгән мисәтле ҡағыҙ йыртылған ине). Шуның кеүек дәлилдәр тураһында уйлағанда, ул үҙенең яңылышыуы сәбәпле генә китмәгәндер, тигән уй әле лә башҡа килә. Эйе, шағирҙың үлеме үтә серле булды... – ти Кәрим Булат.
Тимәк, уны күҙәткәндәр, фотоаппарат ярҙамында нимә төшөргәнен белергә теләгәндәр. Романдың юҡҡа сығыуы ла кемдәрҙеңдер был әҫәр менән ныҡ ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә.




Вернуться назад