Рух бөйөклөгө15.09.2015
Рух бөйөклөгө 1946 йылдың ғинуары. Һалам башлы өй эсендә һуҡыр шәм яҡтыһында бер нисә ҡатын шым ғына һөйләшеп, ҡул эше менән булып ултыра. Төнгө тынлыҡты ярып, ишек шаҡынылар. Ғәбиҙә инәй, дарҫлап типкән йөрәген усына тотоп тигәндәй, ипләп кенә барып ишекте асты. Ни күрә — алдында баһадир һынлы һалдат баҫып тора. Улдарының бер көн имен-аман ҡайтып кереренә һаман өмөтөн өҙмәгән әсә, оло шатлыҡтан күҙҙәре йәшләнеп, өрлөктәй булып үҫкән кинйәкәйенә: “Йәғәфәрем!” — тип ташлана. Улы: “Юҡ, әсәй, был мин — Ғилемдар”, — тип ҡараһа ла, ышанырға теләмәй, тештәрен күргәс кенә, иң кесеһе — дүртенсе улы — икәненә инана (бала саҡта йығылып, алғы теше кителә Ғилемдарҙың). Танымаҫлыҡ та шул: сибек кенә улы әзмәүерҙәй егет булып үҫеп киткән бит!


Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Стәрлетамаҡ районының почетлы граж­даны, 88 йәшлек Ғилемдар Абдулла улы Миңлеғужин тураһында һүҙебеҙ. Эйе, әсәһе менән был осрашыу минуттарын әле лә тетрәнеп иҫкә ала ҡарт ветеран. Кеше рухы күтәр­мәҫтәй ауыр ҡайғылар кисерергә тура килә шул ғәзизенә.
Миәкә районының Туҡһанбай ауылынан Стәрлебаш районының Яңы Ҡалҡашына хәлле йортҡа килен булып төшә Ғәбиҙә. Ире Абдулла менән дүрт ул, бер ҡыҙ табып, тырышып йәшәп ятҡан саҡтарында, сәйәси золом шауҡымы уларҙың да өйөнә ҡағыла. Ирен, айырым ғаилә ҡорған өлкән улы Зөфәрҙе бер төндә алып китәләр. Күп йылдар уҙғас ҡына, уларҙың Стәрлетамаҡ төрмәһендә атылғандары билдәле була. Бар мөлкәттәре тартып алынып, урамға ҡыуылып сыҡҡан Ғәбиҙә инәй ҡойолоп төшмәй, балаларын эйәртеп, йырағыраҡ ултырған Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылындағы ташландыҡ йортто уландары менән йүнәтеп, яңы донъя ҡороп ебәрә. Егәрле, аҡыллы ҡатын бында ла үҙен һынатмай, колхоз эшенә егелә.
— Беҙгә Мифтахетдин Аҡмул­ла­ның шиғырҙарын яттан һөйләр ине. Аҡмулла — яҡын туғаныбыҙ – хаҡында йыш һөйләй торғайны. Уның шиғриәте аша беҙҙе ғилемгә, яҡшылыҡҡа өндәп үҫтерҙе әсәйебеҙ. Мырҙаштар уны “ағинәй” тип йөрөттө. Ҡиәфәте лә, кү­ңеле лә аҡ булды, — ти Ғилемдар ағай.
Яҙмыш һынауын дауам итә. Тыныс тормош оҙаҡҡа бармай, һуғыш башлана. Береһенән-береһе өрлөктәй өс улынан — Мозафар, Йәғәфәр, Дәмин­дарҙан “хәбәрһеҙ юғалды” тигән “ҡара ҡағыҙ” килә. Әсәһен һарыға һабыш­ты­рып, ағаларын ҡорбан иткән дош­ман­ға һарыуы ҡайнаған үҫмер Ғилемдар, йәшен өлкәнәйтеп күрһәтеп, үҙ теләге менән һуғышҡа алыуҙарын һорап, военкоматҡа хат яҙа. Әсәһенең ай-вайына ҡарамай: “Илде дошман баҫ­ҡан­да башҡорт кешеһе ҡатын-ҡыҙ итә­генә йәбешеп ятырға тейеш түгел”, — тип яуаплай. 1943 йылда фронтҡа китә ул. Украина, Белоруссия, Поль­ша­ны азат итеүҙә ҡатнаша. Ике тапҡыр ҡаты яралана. Респуб­ли­ка­быҙ­ҙа киң билдәле Зәкәриә Шәрә­фетдин улы Аҡназаров менән иңгә-иң терәп, һуғыш яланын үтәләр. Аҡна­заров, взвод командиры булараҡ, күп батырлыҡ күрһәтә.
Бөйөк Еңеүҙе Миңлеғужин Герма­ния­ның Потсдам ҡалаһында ҡар­шылай. Ғилемдар бабай телмәрендә “һуғыш” тигән һүҙҙе бөтөнләй ҡулланмай, “хеҙмәттә саҡта”, тип кенә һөйләй. Ғөмүмән, яу тураһында телгә алырға яратмай ул.
Тыуған илгә ҡайтыу менән ең һыҙғанып емерек донъяны өр-яңынан аяҡҡа баҫтырыуға тотона. Ауылдарына килгән уҡытыусы ҡыҙ Мәрйәмгә өйләнеп, татыу, бәхетле ғүмер кисереп, алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Тик әсәһе 50 йәшкә лә етмәй — оло ҡайғыларҙан яраланған йөрәге тибеүҙән туҡтай.
Тыныс тормошта иһә Ғилемдар Абдулла улы үҙен һәләтле ойоштороу­сы, тәрән аҡыллы етәксе булараҡ иҫбатлай. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының, агрономия факультетын тамамлай. Байтаҡ йылдар “Ашҡаҙар” колхозын етәкләй. 2000 йылға тиклем Стәрлетамаҡ тәжрибә хужалығында идарасы булып эшләй.
Уның тырыш хеҙмәтен Хөкү­мәтебеҙ юғары баһаланы. Булдыҡлы етәксене Өлкә комитетының беренсе секретары данлыҡлы Зыя Нуриев та иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Уның менән яҡындан аралашыу, кәңәштәрен тыңлап йөрөү етәкселек тәжрибәһен арттыра ғына.
Яҙмыш Ғилемдар Абдулла улына оҙон хеҙмәт ғүмере бүләк итте. 70 йәшенә тиклем ал-ял белмәй эшләгән һуғыш ветераны ҙур хөрмәткә лайыҡ. Ялҡынлы, илһөйәр, көслө рухлы шәхес бөгөн дә йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай. Айыусы ауылының ветерандар советы рәйесе ул.
— Бар мәғлүмәтте “Башҡортостан” гәзитенән алам, ғүмерлек юлдашымдан айырылырға яҙмаһын, — ти Ғилемдар ағай. Әлбиттә, ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған зирәк аҡыллы аҡһаҡалды хужалыҡтарҙың бөгөнгө хәле, крәҫтиән хеҙмәтенең түбән баһаланыуы, йөҙләгән гектар ерҙең эшкәртелмәй, сүп-сар баҫып ятыуы бик борсой.
Ғүмер йомғағы алға тәгәрәй. Ә ветерандың йортонан кеше өҙөлмәй: кем йомош, кем кәңәш һорап ҡап­ҡа­һын ҡаға. Ватаныбыҙ сәскә атһын өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшкән ауыл­даштарына матур йәшәү өлгөһө күрһәткән ҡыйыу йөрәкле ил ағаһы алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ.






Вернуться назад

Яндекс.Метрика