Йәштәр ҡыуандыра12.09.2015
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов быйылғы миҙгелдә КВН Премьер-лигаһының вице-чемпионы исемен яулаған “Өфө” командаһы менән осрашты. Әңгәмә барышында йыйылма команданы артабан үҫтереү мәсьәләләре, республикала КВН хәрәкәте мөмкинлектәре тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов уйынсыларҙы уңыштары менән ҡотланы. Команда ағзалары Премьер-лигаға инеү өсөн ҡатмарлы юл үтеүе ха­ҡын­да һөйләне, телепроекттан ҡалған тәь­­ҫо­­- рат­тары менән уртаҡлашты. Улар әй­теүенсә, “Өфө” быйылғы миҙгелдә махсус саҡырылған авторҙарһыҙ һәм ҡуйыу­сыларһыҙ эшләгән, финалға үҙ тырышлығы менән еткән берҙән-бер команда булды. Текстарҙы ла, мәҙәк­тәрҙе лә йәштәр үҙҙәре сығарған.
Уйынсыларҙың артабанғы маҡсаты — Шаяндар һәм тапҡырҙар клубының Юғары лигаһына етеү. Әлегә Премьер-лигала нығынырға, фестивалдәрҙә уңышлы сығыш яһарға кәрәк.





Вернуться назад