Башҡортостан — Ҡытай: бәйләнеш нығый09.09.2015
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы парламенты делегацияһы менән осрашты. Провинциялағы Халыҡ вәкилдәре Йыйылышы Секретариаты хеҙмәткәрҙәренән һәм парламентарийҙарҙан торған делегация башлығы – Секретариат етәксеһе Вэй Мин.
– Әлеге сәфәр ҙә, артабанғы бәйләнештәр ҙә һөҙөмтәле булыр, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу һәм үҫтереүҙең яңы йүнәлештәрен табырға ярҙам итер, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Ҡытай ҡунаҡтарын сәләмләп. — Баш­ҡортостандағы осрашыуҙар респуб­лика­быҙ, халҡыбыҙ хаҡында күберәк хәбәр­ҙар булыу мөмкинлеген бирер тигән өмөттәмен.
Һуңғы ике йылда хеҙмәттәшлекте киңәйтеү маҡсатында Башҡортостанға Цзянси провин­цияһының Урман хужалығы департаменты, Сит ил эштәре канцелярияһы, Бал кор­порацияһы делегациялары килде. “Чжон Гэ Трейдинг Групп” компанияһы ла беҙҙең ба­ҙар­ҙы әүҙем үҙләштерә, инвестиция һала. Былтыр ноябрь башында Ҡытайҙың ошо провинцияһында “Башҡортостан бизнесы көн­дәре” үткәрелде. Сара барышында рес­пуб­ликабыҙ рәсми ­деле­­гация­­һының, шул иҫәптән депутаттарыбыҙҙың Цзянси провин­цияһы етәкселеге менән осрашыуҙары булды.



Вернуться назад