Яңы уҡыу йылы – яңы мәктәптә08.09.2015
Яңы уҡыу йылы –  яңы мәктәптә Белем көнөндә республикабыҙ өсөн “төньяҡ ҡапҡа” булып һаналған Яңауыл районының башлыса мари халҡы йәшәгән Сусаҙы-Ябалаҡ ауылында ике ҡатлы яңы мәктәп асылды.


“2014 – 2017 йылдарға һәм 2020 йыл­ға тиклемге осорға ауыл билә­мәләренең то­тороҡло үҫеше” федераль маҡсатлы про­граммаһына яраш­лы тө­ҙөл­гән мәктәпте “БНЗС” тре­сының 15-се төҙөлөш идаралығы бик тиҙ арала – 11 айҙа – сафҡа ин­дерҙе. Белем усағы өсөн тотонолған 155 миллион һум сы­ғымдың 60 миллиондан ашы­уырағы федераль бюджеттан килһә, ҡалған өлөшө рес­публика һәм район иҫәбенән бүленде. Сусаҙы-Ябалаҡ һәм яҡын-ти­рәләге алты ауыл балаларының уҡыу йылын яңы мәктәптә башлауы өсөн төҙөүселәр ҙур тырышлыҡ һалды.
Яңы уҡыу йылы –  яңы мәктәптә– Эште ваҡытында һәм сифатлы баш­ҡа­рып сығыу өсөн тырыштыҡ, – ти төҙөлөш ида­ралығының баш инженеры Ли­нар Ғә­ли­әхмәтов. – Белем кө­нөнә уҡытыусыларға һәм уҡыусы­ларға оло бүләк әҙерләп, улар өсөн икеләтә байрам яһауыбыҙға бик шатбыҙ.
Сусаҙы-Ябалаҡ ауылы Мари Иле рес­пуб­ликаһындағы берен­се телсе-ғалим, йә­мә­ғәт эш­мә­кәре, профессор Валериан Ва­­силь­евтың тыуған тө­йәге бу­­ла­раҡ та билдәле. Бында уға бюст ҡуйылған, йорт-музей асылған.
Урындағы мәктәптең тарихы 1888 йылдарға барып тоташа. Яңы белем усағы иһә 120 уҡыу­сыға тәғәйен­лән­гән, бөгөн унда Сусаҙы-Ябалаҡтан һәм яҡын-ти­рә­ләге алты ауылдан 103 ба­ла­ға 16 уҡытыусы һабаҡ бирә. Беренсе класҡа 13 уҡыусы килгән. Уларҙың икеләтә байрам шат­лы­ғын уртаҡлашып, район ха­ки­миәте тарафынан бүләктәр тапшырылды.
Төҙөүселәр мәктәп директоры Виталий Ильинға символик асҡысты тапшырғас, ҡыңғырау шылтыраны, һәм йола буйынса ишекте тәү башлап кескәйҙәр асып инде. Уҡыу бүл­мә­ләренең, кабинеттарҙың биҙә­леше, йы­һаздар һоҡландыра. Аш-һыу әҙерләүгә тәғәйенләнгән урын да заман талаптарына яуап бирә. Спорт залы күнекмәләргә әллә ҡайҙан уҡ саҡырып торған кеүек. Сәхнәне иһә мәктәптең йәш таланттары үҙ иткән дә инде – байрамға йыйыл­ған­дарҙы матур сығыштары менән ҡыуандырҙылар. Мари хал­ҡының үҙенсәлекле “Кандра” (“Сылбыр”) бейеүенә ҡунаҡтар ҙа ҡушылып китте.
Яңы белем усағына килгән малай һәм ҡыҙҙарға “Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға!” тигән теләк еткерергә генә ҡала, сөнки мәктәптә бының өсөн мөмкинлектәр ифрат күп.







Вернуться назад

Яндекс.Метрика