Мөһим аҙым буласаҡ08.09.2015
Өфөгә рәсми сәфәр менән Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы парламенты делегацияһы килде.

Уларҙың сәфәренең маҡсаты — Цзянси провинцияһы менән Башҡортостан ара­һын­дағы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен тәрәнәйтеү, тө­бәктәрҙең хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтеү, провинцияның Халыҡ вәкилдәре Йыйылышы менән Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай араһында бәйләнештәр булдырыу.
Ҡытай парламентарийҙарының респуб­ли­кабыҙға килеүенә бәйле Дәүләт Йыйылы­шы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Тол­качев: “Был сәфәр ике ил төбәге араһындағы мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫте­реү­ҙә мөһим аҙым буласаҡ”, — тип билдәләне.





Вернуться назад