Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ!08.09.2015
Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ! Башҡортостанда күп балалы ғаиләләрҙе яҡлау йәһәтенән байтаҡ сара ғәмәлгә ашырыла. Мәҫәлән, уларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн йыл һайын төбәк бюджетынан һигеҙ миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола. Был категория вәкилдәренә 30 төрлө социаль ярҙам ҡаралған. “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһында республикабыҙ Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов тап ошо хаҡта һөйләне.

— Бала бағыуҙан да ҡатмарлыраҡ хеҙмәт юҡтыр, ул үҙе бер батырлыҡ, — тип билдәләне Илшат Азамат улы. – Шуға ла һеҙҙең алда баш эйәбеҙ. Башҡортостанда ишле ғаиләләр — һәр саҡ дәүләт иғтибары үҙәгендә. Бындай ярҙам артабан да буласаҡ. Ҡатмарлы саҡтарҙа бер ҡасан да яңғыҙ ҡалмаҫһығыҙ.
Абруйлы баһаға лайыҡ булған әсәләр араһында Баймаҡ районынан Гөлгинә Уйылданова ла бар. Ул үҙ балаларын ғына тәрбиәләп ҡалмай, бына инде 25 йыл мәктәптә белем бирә.
— Беҙҙе шул тиклем хөрмәтләүҙәренә шатланып бөтә алмайым, — ти уңған әсә. – Аллаға шөкөр, балаларым тәртипле генә үҫеп килә. Бына тиҙҙән өләсәй-олатай булырға торабыҙ әле. Йәштәргә әйтер һүҙем шул: бала табыуҙан ҡурҡмаһындар. Улар – тормош йәме бит. Әсә булыу ҙа — шундай ғорурлыҡ!







Вернуться назад