Уҡ кеүек төҙ булмаһа ла...02.09.2015
Өфөнән сығып, ҡайһы ғына тарафҡа юлланһаң да, әллә күпме йылға, күл, ауыл, ҡасаба, ҡала атамаларын күреп үтәһең. Уларҙың күпселеге башҡортса яҙылған, нәзәкәтле, наҙлы, яғымлы телебеҙҙә сәләм биреп, оҙатып ҡалғандай.
Айырыуса бөйөк Көньяҡ Урал төбәгендә булғанда күңелдә ошондай илаһилыҡ тояһың. Шул уҡ ваҡытта Өфөнән Ырымбурға, Туҡ-Соран буйҙарына, Һамарға, Яр Саллыға, Екатеринбургка, Силәбегә, Ҡурғанға тиклем оҙон-оҙон юлдар үткәнем бар. Ошо алыҫ араларҙа бихисап башҡорт атамаларына юлығып, тел һәм тарих донъяһына сәйәхәт иткәндәй булаһың. Ә бит уларҙың һәр береһе – үҙе бер ҡомартҡы, юйылмаҫ хәтирә.
Бына шундай атамаларҙың береһе — Уҡ йылғаһы – тураһында һүҙем. Республикабыҙҙың – Иглин һәм Силәбе өлкәһенең Әшә райондары ерҙәренән аға ул. Эҫемдең һул ҡушылдығы. Иглин районында шулай уҡ Уҡ тарлауығы тигән урын да бар. Салауат Юлаев нәҡ шул ерҙә батша ғәскәрҙәре менән һуғышҡан, тиелә риүәйәттә.
“Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге”ндә был гидронимға “уҡ (стрела) һүҙенән барлыҡҡа килгән” тигән аңлатма биргәнбеҙ. Мәғәнәһе асыҡ, аңлайышлы ла ул. Шулай ҙа ни өсөн “Уҡ” тип атағандар һуң әле? Уның һымаҡ төп-төҙ тиһәң, тау араһынан уралып-уралып ағып ята. Был һорауыма күренекле яҙыусы Ғәлим Хисамов асыҡлыҡ индерҙе. Ул матбуғат баҫмаларының береһенә биргән интервьюһында “Уҡ” гидронимының килеп сығышына бәйле ғибрәтле риүәйәт тураһында һөйләп үткән. “Хәҙерге Учалы районындағы Уралтау тирәһендә Уҡ йылғаһы аға (һүҙ шул уҡ Уҡ йылғаһы тураһында бара тип уйлайым — Р.Ш.). Ләкин ул уҡ һымаҡ төҙ, йәғни тура ғына аҡҡан йылға түгел. Ә ниңә һуң уны есеменә тура килмәгән исем менән атағандар?

Йылғаның атамаһы беҙҙең яҡҡа урыҫтар килмәҫ элек үк булған бер хәлгә бәйле. Биш ырыуҙың махсус йыйылған алтыны булған. Йәғни, һәр береһе үҙ өлөшөн индереп, “алтын фонд” барлыҡҡа килтергән. Хазинаның ҡайҙа ятҡанын һәр ырыуҙан бер генә кеше белгән. Урыҫтар был хәбәрҙе ишетеп ҡалған да сер һаҡлаған кешене эҙләп тапҡан. Тегеһе әлеге йылға буйында көн күрә икән. Уны төрлөсә ҡурҡытып та, алдатып та ҡарайҙар, ләкин телен сисә — алтындың ҡайҙа икәнлеген әйттерә алмайҙар. Ахыр сиктә араҡы килтереп эсерәләр. Баш еңеләйеп, аҡыл ҡыҫҡарғас, теле оҙоная бының. Барыһын да һөйләп бирергә тип ауыҙын асһа, эргәһендәге бәлиғ булмаған улы уға уҡтан атып та ебәрә. Сер сиселмәй ҡала. Был ғибрәтле ваҡиғанан һуң йылғаға “Уҡ” атамаһын бирәләр”.
Ошо риүәйәтте уҡығас, тарихы­быҙҙың тере шаһиты, телебеҙҙең ҡәҙерле ҡомартҡыһы ла баһа был ҡыҫҡа ғына, әммә уҡтай атылырға торған “Уҡ” гидронимы, тигән фекергә киләһең. Башҡорт тарихының алтындай ҡиммәтле ҡомартҡыһы ул.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика