Белешмә йыйыу ябайлаша21.08.2015
Республика Хөкүмәте Президиумы “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың айырым категорияларына торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса социаль ярҙам күрһәтеү алымы тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу саралары хаҡында”ғы ҡарарға үҙгәрештәр индереү тәҡдимен хупланы.

Бынан ары торлаҡ һәм коммуналь хеҙ­мәттәргә сығымды ҡаплау өсөн айлыҡ аҡсалата компенсация – ташламалар алыу хоҡуғын раҫлаған та­ныҡ­лыҡ, ә мөм­кин­лек­тәре сик­лән­гәндәргә инвалидлыҡ тура­һын­дағы белешмә ҡағыҙы буйынса биреләсәк.
– Әлегә тиклем компенсация алыу өсөн дүрт документ талап ителә ине, – тип бел­дерҙе республикалағы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Николай Солодовников. – Яңы тәртип буйынса был ҡағыҙҙарҙы хәҙер социаль яҡлау учреждениелары ведомстволарҙан үҙҙәре һоратып аласаҡ.
Үҙгәрештәргә ярашлы, айлыҡ аҡсалата компенсация ваҡытлыса файҙаланыу тура­һындағы килешеү буйынса шәхси йорттарҙа йәки дәүләт һәм муниципаль торлаҡ фондына ҡараған торлаҡта йәшәгән, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгән хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ла биреләсәк.

Р. ИБРАҺИМОВ.


“Игеҙәк” паспорттар
әле лә осрай


Башҡортостанда 10 мең кешенең паспортындағы номерҙар һәм сериялар бер-береһен ҡабатлай. Бындай документлы граждандарҙың күпселеге Салауат ҡалаһында һәм республикабыҙҙың көньяҡ райондарында теркәлгән. Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Борис Ғөзәйеров матбуғат конференцияһында ошо турала һүҙ алып барҙы.

– Әле “игеҙәк” паспорттар ҡырҡа кә­мене, сөнки етешһеҙлек хаҡында белеү менән уларҙы алмаштырырға тырышабыҙ. Күптәр хәлде аңлап, ризалыҡ бирә. Ләкин янъял ҡуптарғандар ҙа юҡ түгел, – тине идаралыҡ начальнигы.
Әйткәндәй, был ваҡиға 2003 йыл­да, Башҡортостанда башҡорт телен­дәге ҡушымта теркәлгән паспорттар бирелгән осорҙа башлана. Ул дәүерҙә “Гознак” фабрикаһында яңылыш бер үк номерлы паспорттар (ҡушымта менән һәм унһыҙ) баҫҡандар. Йәмғеһе 50 меңгә яҡын ошондай документ таратылған. Уларҙың яртыһы тиерлек шунда уҡ йыйып алынған.
“Игеҙәк” паспорттар әленән-әле үҙ­ҙәре хаҡында белдереп тора. Мәҫә­лән, документ хужаһының берәүһе ва­фат булһа, дөйөм мәғлүмәт ба­за­һына тейешле яҙма индерелә. Был шулай уҡ хоҡуҡ боҙған кешеләргә лә ҡағыла. Ваҡиға эҙемтәһе ошондай уҡ номерлы икенсе паспорт хужаларына йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Мәҫәлән, быйыл апрелдә Салауат ҡалаһында йәшәгән өлкән йәштәге ирҙе банкта хеҙмәтләндереүҙән баш тартҡандар, сөнки мәғлүмәт база­һында бындай кешенең вафат булыуы теркәлгән.
Паспортты тикшертеү өсөн теркәл­гән урын буйынса Федераль миграция хеҙмәте идаралығы бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Документты алмаштырыу түләүһеҙ башҡарыла.

А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад