Бөйөк һәм боронғо илгә сәйәхәт15.08.2015
Бөйөк һәм боронғо илгә сәйәхәт “Рәсәй балалары – Ҡытай ҡунаҡтары” тип аталған халыҡ-ара проект нигеҙендә Башҡортостандан 20 уҡыусы ошо Көнсығыш иленә сәйәхәткә юлланды.

Был мөмкинлек Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталованың тәҡдиме буйынса “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан тор­мошҡа ашырылды. Сәфәргә юлланған төркөм аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиә­лән­гән, Эске эштәр министр­лығының, Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балаларынан тупланған.
Экскурсия программаһы бик сағыу һәм йөкмәткеле, ул йәш быуынды илдең тарихы, мәҙәниәте, йәшәйеше менән таныштырыуға ҡорол­ған. Уҡыусылар донъялағы иң ҙур Тяньаньмэнь май­ҙанын, Пекиндағы Мин һәм Цин династияларының Им­пера­тор­ҙар һарайын, Бө­йөк Ҡытай сте­на­һын, Олимпия уйындары үткән би­лә­мә­ләрҙе күрәсәк, үҙҙәре­нең ҡытай тиңдәштәре менән аралашасаҡ, каллиграфия, цигун гимнастикаһы, көрәш дәрестәре аласаҡ. Ул ғына ла түгел, бергәләп урман зоопаркына, Ҡытай дәүләт музейына, океанариумға, Урыҫ урамына сәйәхәт ҡылыу ҡаралған.


Вернуться назад