Намыҫлы хеҙмәт юғары үрҙәргә илтә07.08.2015
Намыҫлы хеҙмәт юғары үрҙәргә илтә Тирә-яҡҡа байҡап ҡарайыҡ әле. Төҙөүсе ҡулы теймәгән урын юҡтыр донъяла. Љалаларҙағы, ауылдарҙағы йорттар, һарайҙар, мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм башҡа биналар – тап ошо һөнәр эйәләренең хеҙмәт емеше. Республикабыҙҙа ил генә түгел, хатта донъя кимәлендәге ниндәйҙер сара үтә икән, бында уларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Өфөлә уҙғарылған ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан ғына әллә күпме ғәжәйеп биналар ҡалҡып сыҡты. Мәҫәлән, “Өфө” аэропортының яңы халыҡ-ара терминалы төрлө самолеттарҙы ҡабул итә ала. Ошо хаҡта кисә Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов та әйтте.
Ћөнәри байрамдары алдынан үткәрелгән тантанаға республикабыҙҙың төрлө райондарынан һәм ҡалаларынан төҙөүселәр килгәйне. Хәмзә Хәбировтың монтажсы һөнәрен һайлауына тиҙҙән утыҙ биш йыл тула. Ул әле “Сальвия” йәмғиәтендә эшләй. Хәмзә Ѓаффар улына фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исем бирелде. “Єлбиттә, ябай ғына эшемдең ошондай үрҙәргә килтерәсәген бер ҡасан да күҙ алдына килтермәгәйнем”, – ти ул.
Ошондай уҡ баһа алған Миңлехан Ураҙбаев Баймаҡ күсмә механизацияланған колоннаһында ташсы булып эшләй.
Бер төркөм хеҙмәт уңғандарына Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды. Улар араһында Архангел район хакимиәтенең баш архитекторы Гөлгөнә Рыжикова, “Востокнефтезаводмонтаж металло­конструкцияһы” йәмғиәтенең кран машинисы Рәйлә Ильясова, “Востокнефтезаводмонтаж” йәмғиәтенең “Стәр­ле­тамаҡ-1” бүлексәһе монтажсыһы Руслан Баймырҙин һәм башҡалар бар ине. Матур тантана республикабыҙҙың дәүләт наградаларына лайыҡ булыусыларҙың бергәләп иҫтәлеккә фотоға төшөүе менән тамамланды.




Вернуться назад