Герой эҙҙәре буйлап07.08.2015
2012 йылда республикабыҙҙа башланған “Комдив Шайморатов. Геройҙың ҡайтыуы” тигән акция тамамланыуға табан бара. Уның асылы шунда: Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң Герой исемен юллау буйынса бихисап имза йыйылды. Акцияны ойоштороусыларҙың уйынса, ошо хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт итергә кәрәк ине.
Тик уның менән кем шөғөл­ләнер? Әлегә билдәһеҙ. Ни өсөн тигәндә, ваҡытында ойоштороу ко­митеты төҙөлмәгән булған. Был хатаны төҙәтеүҙе “Бер­ҙәм­лек” хәрби һәм хеҙмәт инва­лид­та­ры Рәсәй йәмәғәт ойош­ма­һының Башҡортостан Рес­публикаһы бүлексәһе үҙ иңе­нә алды. Әйткәндәй, уның хәстәр­ле­гендә “Несокрушимая и ле­ген­дар­ная 112-я...” тип аталған китап нәшер ителде.
Данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡаһарман юл үткән. Беҙ ҙә Сталинград далаларынан (Слащевская стани­ца­һы) алып генерал-майор Шай­мора­товтың вафат булған еренә – Украинаның Луганск өлкәһе Петровское ҡалаһына тиклем юл тоттоҡ. Юлайҡан Мамай ҡурға­нына ла инеп сыҡтыҡ.
... Йәйге ял осоро. Халыҡтың күбеһе шәхси автомобилендә Ҡырымға ял итергә китә. Кемдер юл сатында әҙгә генә туҡтай, икенселәр кемпинг тирәһен уңай күрә. Әммә Рос­тов өлкәһенә барып еткәнсе генә шулай тыныс. Өлкәнең Чернышковский районына етә­рәк юл хәрәкәте хәүефһеҙ­легенең постары күренә баш­ланы, улай ғына ла түгел, “Ҡуныу өсөн һаҡланған урын­дарҙы ғына һайлағыҙ, талау осраҡтары йышайҙы” тигән йән өшөткөс яҙыуҙы күрәһең. Рәсәйҙән Украинаға сығыу өсөн “Должанский” таможня терминалы аша үтергә кәрәк, ул хәүеф-хәтәр тыуҙырмай. Терминал Ростов өлкәһенең Ново-Шахтинск ҡалаһынан 12 саҡрым алыҫлыҡта урынлаш­ҡан. Сикте сыҡһаң инде, юл икегә айырыла: береһе – Луганск өлкәһенә, икенсеһе Донецк өлкәһенә китә.
Баш­ҡортостандан килтерелгән гуманитар йөктө көтөп алған­дар. Беҙҙе лә йылы ҡаршыла­нылар һәм ҡунаҡханаға урын­лаштыр­ҙылар, ә машинаны махсус урынға индереп ҡуйҙыҡ. Ҡала­ла берәү менән дә һөйләш­мәҫкә ҡуштылар, киске сәғәт 8-ҙән һуң бүлмәлә ҡалыу хә­йер­ле булыр, тип тә өҫтәнеләр.
Иртәгәһенә Луганск өлкәһе­нән кеше килеп, күстәнәстәрҙе – башҡорт балын, урыҫ телен­дәге китаптарҙы һәм башҡа әйберҙәрҙе — үҙенең машина­һына тейәп алып китте. Бына шулай уңышлы йөрөп ҡайттыҡ ул яҡтарҙан.




Вернуться назад