Фән үрҙәре Алтайҙан да бейек26.06.2015
Фән үрҙәре  Алтайҙан да бейек Таулы Алтайҙа туғыҙынсы йыл рәттән төрки телдәр буйынса уҙғарылған Бөтә Рәсәй олимпиадаһынан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары ла ситтә ҡалманы.


Быйыл уҡыу йортоноң намыҫын башҡорт фило­логияһы факультетынан IV курс студенттары Илзидә Нәҙершина менән Айгөл Сабитова һәм мин яҡланыҡ. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент Мәрхәбә Дәүләтшина етәкселегендә Алтай тарафтарында стажировка үтеүгә өлгәштек. Алтайҙы өйрәнеү өлкәһендә эшләгән тәжрибәле уҡытыусы­ларҙың лекцияларын тыңлау бик әһәмиәтле булды.
Олимпиада үҙе ике турға бүлеп үткәрелде. Тәүгеһе – төрки халыҡтарҙың теленә, икенсеһе әҙәбиәткә арналды. Командабыҙ танышыу кисәһенән үк әүҙем бул­ды – “Урал батыр” эпосынан өҙөк сәхнәләш­те­реүебеҙ күптәрҙе таң ҡалдырҙы. Башҡа төрки халыҡтар башҡорт бауырһағын, Ҡытай мәҙәниәте көндәренә арналған концертта башҡарған бейеүебеҙҙе – “Бөрйән ҡыҙҙары”н – бик оҡшатты.
Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне: III урынды алып ҡайттыҡ, олимпиаданың төрлө номинацияларында еңеү яуланыҡ. Ошо һынауға әҙерләгәндәре өсөн уҡытыусыларыбыҙға, университет етәкселегенә рәхмәтлебеҙ.
Фаягөл ИСХАҠОВА,
БДПУ-ның IV курс студенты.


Вернуться назад