Заман һулышын тойоп26.05.2015
“Уралстройсервис” төҙөлөш-монтаж идаралығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте республиканың төҙөлөш комплексында әһәмиәтле урын биләй. Был предприятиеның ойошторолоуына ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән. Ошо осорҙа үҙе урынлашҡан Нефтекама ҡалаһында ғына түгел, ғөмүмән, республика күләмендә лә мөһим төҙөлөштәре менән танылыу тапты ул.


Предприятиеның тәүге заказсылары — республиканың төньяҡ райондарындағы ауыл хужалығы предприятиелары. Хеҙмәт­тәшлек даирәһе йылдан-йыл киңәйә. Иң ҡатмарлы заказдарҙы ла тиҙ һәм сифатлы башҡарып, абруй яулай идаралыҡ. Һуңғы йылдарҙа ғына ул “Боҙ һарайы”н, “Пирамида” сауҙа үҙәген, башҡорт гимназияһын, Красный Холм ҡасабаһындағы мәктәпте, Камбарка ҡалаһындағы поликлиниканы һәм башҡа социаль-мәҙәни объекттарҙы файҙа­ла­ныуға тапшырҙы. Торлаҡ төҙөлөшөнә лә лайыҡлы өлөш индерәләр. Былтыр, мәҫә­лән, Нефтекамала туғыҙ ҡатлы йорт төҙөп, етмешкә яҡын ғаиләне фатирлы иттеләр. Ҡыҫҡаһы, предприятиеның һәр эше рес­публиканың социаль-иҡтисади үҫешенә, халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүгә хеҙмәт итә.
“Уралстройсервис” йәмғиәте бөгөн республиканың төҙөлөш баҙарында ышаныслы урын алып тора. Быға предприятие етәкселегенең алға ҡарап йәшәү оҫталығы булышлыҡ итә. Был һүҙҙәр йәмғиәттең генераль директоры Ришат Ситдиҡов хаҡында. Ул — ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә һәм, ғөмүмән, республиканың төҙөлөш комплексына лайыҡлы өлөш индергән абруйлы шәхес, тәжрибәле етәксе. Ришат Нәзиф улы предприятиеның ҡеүәтен үҫтереүгә ҙур көс һала. Әйтәйек, һуңғы ваҡытта, төҙөлөш менән бер рәттән, химия сәнәғәтен инвестициялай башлағандар, шулай уҡ киң ҡулланылған полимер япма етештереүҙе яйға һалғандар. Производствоны күп тармаҡлы итеү бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Шул уҡ ваҡытта өҫтәмә эш урындары булдырып, байтаҡ халыҡты мәшғүл иткәндәр.
– Предприятиеның матди-техник базаһын үҫтереү һәм хеҙмәтте заманса техно­ло­гияларға нигеҙләнеп ойоштороу хәстәрлеген күрәбеҙ. Был, ахыр килеп, төҙөлөш сифатында ыңғай сағылыш таба. Әйтәйек, беҙ төҙөгән барлыҡ шарттарҙа ла заманса энергия һаҡлау системаһы ҡулланыла, — тип һөйләй Ришат Нәзиф улы. — Әммә мин шундай фекерҙә: яңы технологиялар төҙөлөш материалдарынан уҡ башланырға тейеш. Кирбес мәсьәләһен генә алайыҡ. Һуңғы йылдарҙа күп кенә кирбес заводтары ябылыу сәбәпле, продукция наҡыҫлығы үҙен һиҙҙерә. Заманса төҙөлөштәр өсөн яраҡлы кирбес етештереүсе яңы ҡеүәттәрҙе әүҙем булдырырға, уларҙа эште тулыһынса автоматлаштырырға кәрәк. Шул рәүешле аҙ сығымлы яңы технологияларға көйләү мөмкинлеге тыуасаҡ, йәғни тармаҡта эш комплекслы алып барылырға тейеш.
Ришат Нәзиф улы йәнә шундай миҫалға туҡталды. Рәсәйҙә һуңғы ике тиҫтә йылда заманса технологиялар буйынса осһоҙ төҙөлөш материалдары етештереүсе һанаулы ғына завод нуль циклынан башлап төҙөлгән. Бигерәк тә бөгөнгө иҡтисади санкциялар шарттарында был ил күләмендәге көнүҙәк бурыс булып тора.
Ришат Нәзиф улы был хаҡта һөйләгәндә, әлбиттә, тәү сиратта ҡалала хәл итәһе бурыстарҙы, күтәрәһе яңы төҙөлөштәрҙе күҙ уңында тота. Республиканың иң төҙөк һәм күркәм ҡалаларының береһе ул Нефтекама. Ришат Ситдиҡов бында һәр кем һатып алырлыҡ уңайлы фатирҙар, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөп, ҡала халҡын шатландырырға теләй. Ул етәкселек иткән “Уралстройсервис” йәмғиәтенең көндәлек фиҙакәр хеҙмәте ошо оло маҡсатҡа йүнәлтелгән дә инде.






Вернуться назад