Юғары кимәл баһаланды26.05.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Белорус дәүләт нефть һәм химия концерны (“Белнефтехим”) рәйесе Игорь Ляшенко менән осрашты.

Концерн етәксеһе Өфөлә уҙғарылған “Ҙур химия” форумына юғары баһа бирҙе.
– Беҙ ҡатнашҡан сара юғары кимәлдә ойошторолған. Күреүебеҙсә, республиканың төп байлығы — кешеләр һәм уларҙың камиллыҡҡа ынтылыуы. Иң оҡшағаны хеҙмәтләндереүсе производстволарҙың һәм проект институттарының тәжрибәһе булды, — тине Игорь Ляшенко.
2014 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Белоруссия араһындағы тауар әйләнеше 458,8 миллион доллар, шул иҫәптән экспорт — 329,7 миллион, импорт 129,1 миллион доллар тәшкил иткән. Республикабыҙҙың тышҡы сауҙа әйләнешендә Беларусь етенсе урынды биләй. Башҡортостанда әлеге республика капиталы ҡатнашлығында төҙөлгән 25 предприятие эшләй.





Вернуться назад