Наҙ өләшә кескәй йөрәктәргә26.05.2015
Наҙ өләшә кескәй йөрәктәргә Тәрбиәнән өлгө алалар
Тәрбиәсе була алмаҫ инем: көнө буйы утыҙлаған бала-саға менән мәж кил, минут һайын йөҙләгән һорауға яуап бир, береһен йыуат, икенсеһен шелтәләп ал... Яҙырға, һыҙырға, һүрәт төшөрөргә лә өйрәт. Иң мөһиме – көн дауамында әллә күпме балаға әсәйҙе алмаштыр! Тәрбиәсе эше, ғөмүмән, ситтән ҡарағанда ғына еңел. Был һөнәрҙең ни тиклем ҡатмарлы һәм яуаплы булыуын, ниндәй түҙемлек талап ителеүен ошо өлкәлә мәшғүлдәр үҙҙәре генә беләлер.

Өфө районының Авдон ауы­лын­дағы “Ләйсән” балалар баҡсаһында оло йөрәкле, бурыстарын яуаплылыҡ менән башҡарған, бар күңелен балаларға биргән тәрбиәсе эшләй. Һүҙем – Асия Наил ҡыҙы Мөслимова хаҡында.
Мәктәпкә әҙерлек балалар баҡ­саһында башланғанын яҡшы белә­беҙ. Сабыйын был ойошмаға етәк­ләп килтергән һәр кем эргә­ләрендә аҡыллы, бәләкәстәр менән уртаҡ тел таба һәм уларҙы шәхес итеп күрә белгән тәрбиәсенең булыуын теләй. Был йәһәттән Асия Наил ҡыҙының төркөмөнә ҡыҙ-малай­ҙарын йөрө­төүсе­ләр бик бәхетле – үрҙә аталған сифаттарҙың барыһын да бергә туплаған ул. Ата-әсәләр уның һәләтен юғары баһалай, шуға ла балаларын фәҡәт Асия Мөс­лимо­ваның ҡулына тапшырырға тырыша.
– Күңелеңә ятҡан һөнәргә эйә бу­лып, татыу коллективта эшләү – иң ҙур бәхеттәрҙең береһелер. Был йәһәттән уңдым, эшемде яратам, үҙемде башҡа һөнәрҙә күҙ алдына ла килтерә алмайым, – ти ул. – Бала һиҙгер, нескә, һинең яратҡаныңды әллә ҡайҙан тойоп тора, шуға күрә тәрбиәсе булырға теләгән кеше өсөн иң мөһиме – кескәйҙәрҙе яратыу. Тәрбиәсенең үҙенә лә тәрбиәлелек мотлаҡ, ата-әсәләрҙе берҙәй күреп хөрмәт итә белһәң генә был өлкәлә эшең уң буласаҡ. Төрлө саҡтар бар, әлбиттә, әммә бер ваҡытта ла үҙемдең проблемаларымды балалар эргәһенә алып барманым. Уларҙы тәр­биә­ләүгә күпме көсөңдө бирһәң, шул хәтлем үк ыңғай кисерештәр ҙә алаһың.
– Күптәр хәҙерге балалар тыңлау­һыҙ, үҙ һүҙле тигән фекерҙә?
– Бала һәр заманда ла бала бу­лып ҡала: эскерһеҙҙәр, бер ҡатлы­лар, игелеклеләр. Уларҙы ата-әсә­ләр үҙҙәре боҙа, шулай уҡ телевизорҙың, интернеттың, телефон-планшеттарҙың да йоғонтоһо насар. Кескәйҙәрҙең һәр теләген үтәү, һорағанын һатып алып биреү ҙә уларҙы эгоист яһай. Шулай уҡ балаларҙың ваҡытын дөрөҫ билдә­ләй белергә кәрәк.
Тырыштарға уңыш юлдаш тигән­дәй, Асия Мөслимова төрлө конкурс-ярыштарҙа ҡатнашып, балалар баҡ­саһының бәҫен күтәреп тора. Бәләкәстәргә ҡарата эскерһеҙ һөйө­үе, эшен яратыуы юғары үрҙәргә ар­тылырға ярҙам итә. Үҙе һүрәтте оҫта төшөргән тәрбиәсе интернет селтәре аша ҡайҙа ниндәй конкурс үткәрелеүе тураһында алдан белеп, балаларҙы йәлеп итә. Бынан тыш, тормоштоң матурлығын күрергә өй­рәтә: урманға экскурсияға йөрөй уның тәрбиәләнеүселәре, төрлө тематик сара ла үткәрәләр.
Яңыраҡ ҡына төркөмдә ҡыҙыҡ хәл булды: ҡыҙым маҡтанған – әсәйем өйҙә икмәк бешерә, йәнәһе. Күптәр, фәстерәһең, икмәкте магазиндан ғына һатып алып була, тигән. Дилә баҡсанан илап ҡайтты. Икенсе көндө төркөмдәрендә иртәнге сәйҙе беҙҙең икмәк менән эстеләр. Күп тә үтмәне, Авдондағы икмәк бешереү цехына экскурсияға ла барып ҡайттылар. Хәҙер бәләкәстәр икмәкте өйҙә лә, цехта ла бешерергә була икәнен белә. Ошондай бер ҡарамаҡҡа ябай ғына, әммә балалар өсөн мөһим булған тормош дәрестәре үткәрә Асия Наил ҡыҙы. Бәләкәстәребеҙҙе уның ҡулына тапшырыуы­быҙҙан уңдыҡ.
Утыҙ йылдан ашыу “Ләйсән” балалар баҡсаһында бәләкәстәр йөрә­генә наҙ өләшкән хөрмәтле тәрбиәсе – изгелекле әсәй, өләсәй ҙә. Ире Салауат менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫ­тер­гәндәр. Өлкәндәре Айгөл Ырым­бурҙа технология колледжын тамамлаған, һуңынан институтта белемен камиллаштырған. Икенсе ҡыҙ­ҙары Әлиә иһә – полиция хеҙмәт­кәре, полиатлон буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, аграр университетта лаборатория мөдире булып эшләй. Ейәнсәрҙәренең уңыштарына ла ҡыуа­нып йәшәй олатай менән өләсәй.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика