Бар ул почтала оҫталар!08.05.2015
“Рәсәй почтаһы”ның Башҡортостан филиалы Элемтә хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы менән берлектә “Башавтотранс” предприятиеһы автодромында “2015 йылдың иң яҡшы водителе” Бөтөн Рәсәй конкурсының төбәк этабын үткәрҙе.

Филиалдағы 26 водитель ике этапта көс һынашты. Уларҙың тәүгеһендә теорияны белеү кимәле асыҡланһа, икенсеһендә автомобиль йөрөтөү оҫталығы баһаланды.
Һынау йомғаҡтарына ярашлы, беренсе урынды һәм “2015 йылдың иң яҡшы водителе” исемен “Автобаза” водителе Радмир Ситдиҡов яуланы. Ул бәйгенең Волга буйы федераль округы этабында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ. Икенсе урынды — Бөрө почтамтынан Алексей Сайтиев, өсөнсөнө филиал авто­базаһынан Леонид Никитин алды.






Вернуться назад