Төбәк Башлығына рәхмәтебеҙ сикһеҙ08.05.2015
Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы!
Бөтөн хәйбуллалар исеменән рәхмәт белдереп, Һеҙгә Социалистик Хеҙмәт Геройы Килдебай Сөләймән улы Сөләймәнов мөрәжәғәт итә.
2013 йылдың декабрендә Һеҙ республикалағы Социалистик Хеҙмәт Геройҙары менән осрашып, ветерандарҙы ғына түгел, тотош йәмғиәтте борсоған проблемалар буйынса фекер алышҡайнығыҙ. Ошо рәүешле оло быуындың тәҡдимдәренә, фекеренә ихтирамығыҙҙы күрһәттегеҙ, беҙҙә тыуған республикабыҙҙың иҡтисади тотороҡлолоғона ышаныс тыуҙырҙығыҙ.
Осрашыуҙа мин ҡоролоҡло Хәйбулла районында һыу үткәргес төҙөү йәһәтенән ярҙам һорағайным. Былтыр яҙ районыбыҙҙың 21 ауылында һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен капиталь төҙөкләндереү һәм яңыларын һалыу башланды. Һөҙөмтәлә 2014 йылда ғына 64 саҡрымлыҡ һыу селтәре барлыҡҡа килде, бер меңдән ашыу ғаилә үҙ йортона һыу үткәрҙе. Эш әле лә дауам итә. Һуңғы йылдарҙа районыбыҙ йылдам үҙгәрә, күркәмләнә, төҙөкләнә. Торлаҡ, социаль объекттар төҙөлә, ремонтлана, эшҡыуарлыҡҡа, ауыл хужалығына ҙур ярҙам күрһәтелә. Тормош йәмлерәк, уңайлыраҡ була бара.
Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы, мөрәжәғәтемдә сағылған мәсьәләне яйға һалыуҙа ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Республика Башлығының ҙур ойоштороу һәләтенә эйә булған эшлекле һәм иғтибарлы шәхес икәнлеген танырға кәрәк. Беҙ, хәйбуллалар, район һәм уның халҡы хаҡында даими хәстәрлек күреүегеҙҙе тоябыҙ. Һеҙгә ҙур рәхмәт!
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, Еңеү көнө айҡанлы ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ көс-дәрт, барлыҡ эштәрегеҙҙә, башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем. Яҙ кәйефе, бәхет, тыныслыҡ һәм изгелек юлдаш булһын Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға!

Килдебай СӨЛӘЙМӘНОВ,
Социалистик Хеҙмәт Геройы.




Вернуться назад