Яҙғы дарыу үләндәре08.05.2015
Яҙғы дарыу үләндәре Ҡара ҡарағат япрағы

Был ҡыуаҡтың йәш япраҡтары тире ауырыуҙарынан, һалҡын тейгәндә, бөйөрҙә таш булғанда, ревматизмдан, быуындар ауыртыуынан шифалы. Йәш япраҡтарҙы төнәтеп, сәй урынына ла эсергә ярай. Ҡара ҡарағат емештәре һуты һәм шәкәр ҡушып яһалған сиробы ярҙамында тамаҡҡа һалҡын тейеүҙе, үпкәләге ғыжылдау тауышын бөтөрөргә, быума йүтәлгә, эсәклектәге ауырыуҙарға ҡаршы көрәшеп була. Шулай уҡ яртылаш гөлйемеш һуты менән ҡушып эсергә мөмкин. Япраҡтарҙы ҡарағат сәскә атҡас йыялар.
Науруз (кәзә һаҡалы)

Яҙғы дарыу үләндәреБоронғо гректар уны “12 алла сәскәһе” тип атаған. Май-июнь айҙарында һары сәскә ата. Эфир майҙарына, гликозидтарға, флавоноидҡа, аскорбин кислотаһына, каротинға, марганецҡа бай. А һәм С витаминына ҡытлыҡ кисергәндә эселә. Тамырҙарынан әҙерләнгән дарыу пневмония, бронхит, быума йүтәл менән яфаланғанда шифалы. Шулай уҡ баш ауыртҡанда, баш әйләнгәндә, хәлһеҙлек булғанда, сәскәләрен ҡайнар һыуҙа төнәтеп эсергә кәрәк. Япраҡтарын салат итеп ашайҙар. Авитаминоздан яҡшы дауа. Япраҡтарын сәскә атыу осоронда йыялар. Ҡояшта йәки ҡыҙыу мейестә тиҙ генә киптереп алалар. Әкрен киптергәндә аскорбин кислотаһы юҡҡа сыға. Сәскәләрҙе апрель-май айҙарында йыйып киптерәләр. Тамырын көҙөн йәки яҙын ҡаҙып алалар. Тупрағын ҡойоп, елләтеп киптерергә.

Үгәй инә үләне

Яҙғы дарыу үләндәреТын юлдарына һалҡын тейгәндә, йүтәл, ларингит, фарингит, бронхит, пневмония, астма, туберкулез менән яфаланғанда, үпкә абсцессын, хатта үпкә гангренаһын да дауалауҙа файҙаһы ҙур. Өҫтәүенә үгәй инә үләне япрағы ашҡаҙан, бөйән эсәге, бауыр, һейҙек ҡыуығы, бөйөр ауырыуҙарына һәм балаларҙа диатез булғанда дауа. Үле яраларға һәм ҡан тамырҙары ялҡынһынғанда йәшел япраҡтарҙы бутҡа һымаҡ иҙеп ябалар. Үгәй инә үләне төнәтмәһен оҙаҡ эсергә ярамай. Кире тәьҫире, йәғни зыяны булырға мөмкин. Күңел болғаныу, биҙгәк, аппетит юғалыу, эс ауыртыу, һары ауырыуы булған осраҡта дауаланыу туҡта­тылырға тейеш.










Вернуться назад