Ябай ҡарабойҙай08.05.2015
Ябай ҡарабойҙай Үҙе тәмле, файҙалы, туҡлыҡлы был ярманан башҡа аш өҫтәлен күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Баҡһаң, ҡарабойҙайҙың составында кеше организмы өсөн кәрәкле бөтөн файҙалы матдәләр ҙә бар икән: аҡһымдар, крахмал, шәкәр, органик кислоталар, В1, В2, РР, Р витаминдары, шулай уҡ тимер, кальций, фосфор, баҡыр, цинк, бор, йод, никель, кобальт кеүек макро һәм микроэлементтар. Ҡарабойҙайҙы айырыуса ҡалҡан биҙе һәм ашҡаҙан аҫты биҙе, бөйөрҙәр һәм аш һеңдереү эшмәкәрлеге боҙолғанда ашарға кәрәк. Шулай уҡ ҡан баҫымы юғары булған, ревматизмдан, артриттан интеккән кешеләр өсөн һәм нерв системаһына зыян килгәндә шифаһы күп. Шәкәр ауы­рыу­лы кешеләр өсөн таралып торған ҡарабойҙай бут­ҡа­һы – иң яҡшы ризыҡ, сөнки унда углеводтар бик аҙ.
Тән бешкәндә: һары төҫкә кергәнсе ҡыҙҙырылған ҡарабойҙай онон һыу ҡушып бутҡа һымаҡ ҡатнашма яһарға һәм йәрәхәт урынына һөртөргә.
Һарыу ҡайнағанда: табала ҡыҙҙырып төйөлгән ҡарабойҙайҙы сәй ҡалағы осона элеп кенә ас ҡарынға көнөнә өсәр тапҡыр эсергә.
Йоҡоһоҙлоҡтан һәм остеохондроздан: ҡарабойҙай ярмаһы һәм ярма ҡабығы тултырылған мендәр ярҙамға килер.
Шулай уҡ ҡарабойҙай башты эшләтә, имтиханға бараһы көндө иртәнге ашҡа ҡарабойҙай бутҡаһы ашарға кәңәш ителә.



Вернуться назад