Яҡты нур булып күңелдә һаҡланыр06.05.2015
Яҡты нур булып күңелдә һаҡланыр 2 майҙа беҙҙең иң ғәзиз кешебеҙ — һөйөклө әсәйебеҙ Фәрхиямал Усман ҡыҙы Дәүләтбаеваның баҡыйлыҡҡа күсеүенә бер йыл тулды.


Бөтә донъя йәшеллеккә төрөнгән йәмле мәлдә ҡәҙерлебеҙҙең беҙҙе ҡалдырып китеүен әле лә ауыр кисерәбеҙ. Үҙебеҙ күптән әсәй-өләсәй, атай-олатай булып бөтһәк тә, ғәзизебеҙҙе юҡһыныу тойғоһо һәр иртә мейебеҙҙе уйып үтә, йөрәктәргә ҡан һауҙыра, күҙҙәргә йәш элә.
Атайыбыҙ Шәрифулла Хәйбулла улы Дәүләт­баев, һуғыш утын кисеп, ауыр яраларҙан 55 йәштә генә донъя ҡуйҙы. Әсәйем 50 йәштә береһенән-береһе бәләкәй һигеҙ бала менән тороп ҡалды. Атайҙан ҡалған умарталарҙы ҡараны, баҡса үҫтерҙе, күпләп ҡош-ҡорт үрсетте. Беҙ кеше араһында кәм-хур булманыҡ, әсәйемдең уңғанлығы, йүнселлеге арҡаһында етемлекте тоймай үҫтек.
Атайыма мәңге тоғро ҡалып, уның вафатынан һуң 42 йыл йәшәне. Сабыр холоҡло әсәйемдең төшөнкөлөккә бирелеп ултырған сағын хәтерләмәйем. Көнөн йорт эштәре менән, кистәрен тегеү, бәйләү менән үткәрер ине. Һәр ҡыҙының тыуған көнөнә матур күлдәктәр тегеп, шәлдәр, ейән-ейәнсәрҙәренә бейәләй-ойоҡбаштар бәйләп ҡыуандырыр ине. Үҙе лә матурлыҡты яратты, зауыҡ менән кейенеп йөрөр ине. Ауыл, район һабантуйҙарында, “Тальян” байрамдарында әүҙем ҡатнаша торғайны.
Әсәйемдең тормош юлы – беҙҙең өсөн ҙур өлгө. Йәшлеге һуғыш йылдарына тура килә уның. Колхоз баҫыуҙарында эшләүҙәрен, һуғышсыларға ярҙам күрһәтеүҙәрен ғорурлыҡ менән иҫкә алыр ине. Әсәйебеҙҙең исеме юҡҡа ғына “Тыл ветерандары” китабына индерелмәгән.
Туғандар, яҡындар, Еңеүҙең 70 йыллығы яҡын­лашып килгәндә һуғыштың бөтә михнәтен татыған ҡәҙерле атайыбыҙ Шәрифулла Хәйбулла улын һәм тыл ветераны һөйөклө әсәйебеҙ Фәрхиямал Усман ҡыҙын оло хөрмәт менән иҫкә алайыҡ. Балалары алдында ата-әсәлек бурысын үтәп, ил алдында оло хеҙмәт күрһәтте улар, үткән ғүмер юлдары һоҡланырлыҡ булды.

Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары, Өфө ҡалаһында йәшәгән Фазлыевтар, Уразовтар һәм Аияд ғаиләләре исеменән ҡыҙы Миңйыһан.


Вернуться назад