Даны ҡалды илендә06.05.2015
8 майҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында эфирға сығасаҡ “Замандаш” тапшырыуы Федоровка районында тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Ғәбит Абдулла улы Әхмәровҡа арнала.


Документаль проектта батыр­ҙың тормошо һәм яу юлдары уның ҡыҙы Замира Лукьянова-Әхмә­ро­ва­ның хәтирәләре аша һүрәтлә­нә. Тапшырыу Ғәбит Әх­мә­ров­тың тыу­ған һәм ғүмер иткән төйәге – Оло Сытырман һәм Бала Сытырман ауылдарында тө­шө­рөл­гән. Проект авторы, та­­ныл­ған тележурналист Гөл­дәриә Йосопова әйтеүенсә, фильмда шулай уҡ геройҙың тере тауышы яңғыраясаҡ.





Вернуться назад