Яҡташыбыҙҙың хеҙмәте баһаланды06.05.2015
Рәсәй парламентаризмы көнө алдынан Федерация Советының Дәүләт Думаһы рәйесе Сергей Нарышкин Һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаеваны “Парламентаризмды үҫтергәне өсөн” почет билдәһе менән бүләкләне.
Ысынлап та, яҡташыбыҙ закондар сығарыу эшмәкәрлегендә бик әүҙем. Уның башланғысы менән Дәүләт Думаһына 39 закон проекты тикшереүгә тәҡдим ителеп, 28-е ҡабул ителде. Алтынсы саҡырылыш осоронда ғына Һаулыҡ һаҡлау комитетында уның тарафынан алты “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Өҫтәүенә депутат парламент-ара бәйләнештәрҙе көйләү һәм үҫтереү буйынса ла ҙур тырышлыҡ күрһәтә.



Вернуться назад