Ул һаман да әүҙем15.02.2012
Ул һаман да әүҙемҒүмер ағышында йәшлек дәртен һәм күркәмлеген юғалтмаған кешеләр була. Улар атҡарған эштәре менән дә, асыҡ күңелдәре менән дә һоҡландыра. Яҡташым Азия апай Кусимова ана шундайҙарҙан.
Уны өйөндә тап итеүе ҡыйын, сөнки, тәү ҡарамаҡҡа, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман да тормош уртаһында ҡайнай, республиканың ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте эшендә әүҙем ҡатнаша. Күп саралар туранан-тура уның ҡатнашлығында һәм етәкселегендә үткәрелә.
Тыуып үҫкән Әбйәлил районында, тыуған ауылы Асҡарҙа Азия Хашим ҡыҙы – һәр саҡ көтөп алынған ҡунаҡ: бында уны хөрмәт итәләр, кәңәшенә ҡолаҡ һалалар. Үҙе лә килгән һайын төбәк йәшәйешенә яңы һулыш өрөп китә, халыҡ араһында тәрбиә эшен нығытыуға эшлекле тәҡдимдәр индерә, уның йылы һүҙенә мохтаждар менән ихлас аралаша...
Күп балалы ғаиләлә оло быуынға төшкән бөтә ауырлыҡтарҙы үҙ елкәһендә татып үҫкәнгәме, Азия апай башҡаларҙың аһ-зарына иғтибарлы, ярҙамсыл. Шуғалыр ҙа, Өфөнөң үҙендә лә уның ишеге ябылмай, телефоны оҙаҡ тынып тормай.
Йәмәғәт эштәренән аҙ ғына бушап торған минуттарҙа ғаилә альбомын аҡтарырға ярата ул. Хәтирәләр алыҫ үткәнгә, береһенән-береһе тилбер ҡыҙҙарын уҡытыуға бөтә көсөн һалған ата-әсәһенә, һәр яҡлап һәләтле апай-һеңлеләренә, ҡустыларына алып китә. Ҡайһылай ҙа елеп үткән был ғүмер! Ҡасан ғына уға ни бары ун дүрт кенә йәш ине. Бөйөк Ватан һуғышы бара, ир-ат фашист илбаҫарҙарына ҡаршы йән аямай көрәшә, ә тылда ҡатын-ҡыҙ, бала-саға баҫыуҙа, фермала, заводтарҙа еңеү хаҡына баш баҫып эшләй. Йылы кейем — фронтҡа, икмәк — фронтҡа, ә беҙ, тылдағылар, нисек тә түҙербеҙ... Моғайын, ул заманда күптәр шулай уйлағандыр... Колхоз баҫыуҙарында тиҫтерҙәре менән бер рәттән бил бөккән Азия ла еңеүҙе тыны менән һурып алырҙай булып көтә.
Ауырлыҡ онотола, тиһәләр ҙә, ул йылдарҙың әсе һурпаһы бөгөн дә тамаҡҡа төйөр булып тығыла, сибек яурындарға ятҡан ауыр йөктәр һаман да баҫып килә һымаҡ.
Ә бит, уйлап ҡараһаң, байтаҡ һыуҙар аҡҡан. Дөйөм хеҙмәт стажы ла ярты быуаттан ашып киткән. Финанс техникумында, һуңғараҡ институтта уҡыған йылдар, баш ҡаланың финанс органдарында хеҙмәт итеүҙән тыш, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йәмәғәт эштәре, гөрләп торған комсомол тормошо, художестволы үҙешмәкәрлек түңәрәктәре... Азия һәр ваҡыт хәрәкәттә, һәр ваҡыт ниндәй ҙә булһа мөһим эште башҡара, райондарға сыға, тыуған Әбйәлилендә саралар ойоштора, осрашыу-концерттар үткәрә...
Яҡташтар берлегенә етәкселек итеп, Өфөлә уҡыусы йәштәр һәм эшләп йөрөүсе әйбәлилдәр менән әленән-әле осрашып, хәл-әхүәл белешеп, яңы таланттарҙы асыҡлауҙар, ярҙамға мохтаждарҙы ҡурсалауҙар...
“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы тәү башлап Әбйәлилдә үткәрелгән кеүек, Өфөләге “Һаумыһығыҙ, яҡташтар!” ҙа Азия апай Кусимованың башланғысы менән ойошторола. Һуңынан тәжрибә артынан бүтән район вәкилдәре уға юл тота. Башҡортостандың арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙары исемдәрен мәңгеләштереү өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Мәҫәлән, Сәриә Миржанова, Таңһылыу Кусимова, Нәжибә Мәҡсүтова, Мөсәлиә Хәйруллина һәм башҡа исемдәре билдәле арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙар иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар ҡуйҙырыу тап уның башланғысы менән атҡарыла. Республиканың ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте төҙөгән “Мең йыллыҡтар артылышында башҡорт ҡатын-ҡыҙы” тигән йыйынтыҡты төҙөүҙә лә әүҙем ҡатнаша.
Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн миҙалдар ҙа алған, Маҡтау һәм Рәхмәт ҡағыҙҙарына ла лайыҡ булған Азия Хашим ҡыҙы. Ләкин уның өсөн иң ҡиммәте — райондаштарының тәрән ихтирамы, сөнки ҡайҙа ғына эшләһә лә, ҡайһы районға барып, ниндәй генә саралар уҙғарһа ла, һәр ҡылығын, һәр аҙымын тыуған яғы, яҡташтары баһаһынан сығып үлсәй ул.
Минеңсә, әҙәм балаһы үҙен нисә йәштә тоя, уға шул йәште бирергә кәрәк. Донъя күрер-күрмәҫтән ҡартайыусылар аҙмы ни!?
Азия апай Кусимова иһә йәш һәм дәртле, яңы уй-ниәттәр менән янып йәшәй, шуға күрә бөгөн дә һөйкөмлө, һөймәлекле.
Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.
Әбйәлил районы.


Вернуться назад