Яңы йыл сабыйҙары10.02.2012
Яңы йыл сабыйҙарыЯңы йыл төнөндә, сәғәт уҡтары 12-не һуҡҡанда, һәр ҡайһыбыҙ мөғжизә көтә. Ҡыш бабайҙан бүләкме ул, әллә яҡындарыңдан, дуҫтарыңдан көтөлмәгән яңылыҡмы — уныһы мөһим түгел. Иң мөһиме — ышаныу. Ә инде “мөғжизә” тигәнең бала ҡыуанысы менән бәйле булһа, бында инде артыҡ һүҙ һөйләп тороу урынһыҙ. Һәр хәлдә, Өфө ҡалаһы хакимиәтендә 1 ғинуар көндө тыуған сабыйҙарҙың ата-әсәлерен бүләкләү тантанаһын ҡарағандан һуң, шундай фекер ҡалды. Бәхетле ғаиләләрҙең уй-теләктәре, ҡыуаныс-шатлыҡтары йөҙҙәренә сыҡҡайны.
— Дианабыҙ декабрь аҙағында тыуырға тейеш ине. Тик саҡ ҡына көттөрөбөрәк, Яңы йыл бүләге булып 1 ғинуар таңында ауаз һалды, — тип йылмая Зилә Хәсәнова. — Апаһы Алһыуҙың шатланғанын күрһәгеҙ. Уға әле 11 генә йәш, әммә ул минең оло ярҙамсым. Балалар — ҙур бәхет, әлбиттә. Ләкин уларҙы лайыҡлы шарттарҙа үҫтерге лә килә. Фатир мәсьәләһен дә хәл итһәк, донъябыҙ түңәрәкләнәсәк.
Ә бына Щеклеиндар ғаиләһе өсләтә бәхетле. Ҡыш бабай өс йәшлек Вероникаға бер түгел ике һеңле бүләк иткән. Игеҙәктәр Виктория менән Валерия сәғәт телдәре 12-не һуҡҡас та донъяға килгән.
— Был донъяла үҙ балаңды ҡосоп яратыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡ. Ә атай-әсәй булыу, бигерәк тә өс ҡыҙға ғүмер бүләк итеү тағы ла ҡыуаныслыраҡ, — ти сабыйҙарҙың атаһы Александр.
Бәхетле атай-әсәйҙәрҙе был көндө Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов тәбрикләне. Ул йәш ғаиләләргә тәғәйенләнгән программалар, проекттар хаҡында һөйләне, пландар менән уртаҡлашты һәм, әлбиттә, һәр ғаилә менән ихлас аралашып, иң изге теләктәрен юлланы. Был көндө бөтәһе 19 ғаилә “беренселәр” исемлеген тулыландырҙы. Яңы йыл төнөндә тыуған 13 ҡыҙҙың һәм 7 малайҙың тәүге рәсми тантанаһы ине был.
А. ХУЖӘХМӘТОВА.


Вернуться назад