Концлагерҙар күпме йәнде ҡыйған...21.06.2014
Концлагерҙар  күпме йәнде ҡыйған...
1941 йылдың 22 июнендә Германия вәхши­ҙәрсә Тыу­ған илебеҙ – Советтар Союзына һөжүм итә. Гитлер бөтә донъяла хакимлыҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.


Милләтселәр режимына ҡаршы булған кешеләрҙе юҡ итергә тырыша фашистар. Яңы властың сәйәси дошмандарын ябыу өсөн махсус урындар булдырыла. 1933 йыл аҙағына концлагерҙар асыла. Был төшөнсә үҙе үк ябай граждандарҙы, хәрби әсирҙәрҙе күпләп ябыу өсөн махсус ҡулай­лаш­тырылған урынды аңлата.
1936 йылда концлагерҙар төҙөү һәм әсирҙәрҙең тәртип ҡағиҙәләре буйынса айырым күрһәтмә эшләнә. Шул осорҙа уҡ концлагерҙар классификацияға бүленә:
шталаг – рядовойҙар һәм кесе офицерҙар составы өсөн;
офлаг – офицерҙар составы өсөн;
дулаг – фронт янындағы күсереү-айырыу лагеры. Ғәҙәттә, уны тимер юл станцияһы эргәһендә төҙөйҙәр. Әсирҙәр тейәлгән тауар вагондары бәләкәй концлагерҙарҙы хәтерләтә;
зондерлаг – ҡағиҙә булараҡ, шталаг эсендә әсирҙәр тарафынан билдәле бер бурыстарҙы үтәү өсөн ойошторолған махсус лагерь. Унда квалификациялы белгестәрҙе, инженерҙарҙы урынлаштырғандар. Бындай әсирҙәр Германия өсөн ҡорал, сеймал етештереү менән шөғөлләнгән. СС рейхсфюреры Гимлерҙың рапор­тына ярашлы, 1944 йылдың июнендә “Мессершмитт” авиакомпанияһы продукцияһының 35 процентын концлагерҙар тәьмин иткән.
Икенсе донъя һуғышы башланыу менән гитлерсыларҙың “үлем фабрикалары”нда СССР-ҙан – 5,7 миллион, Польша, Франция, Бельгия, Нидерландтарҙан һәм башҡа оккупацияланған дәүләттәрҙән 11 миллион кеше юҡ ителә.
Йәһүдтәргә, сиғандарға һәм славян расаһы кешеләренә айырым мөнәсәбәт булдырыла. Бындай “махсус мөнәсәбәт”тең тамыры фашистик Германияның милләтсел-социалистик идеологияһына ҡайтып ҡала. Рейхҡа идара иткәндәр үҙҙәренең һәм икенсел милләттәр, халыҡтар иерархияһын төҙөй. Әсирҙәрҙе тотоу шарттары ошо үҙенсәлекте иҫәпкә алып билдәләнә. Концлагерҙарҙа Англия, Америка, Францияның хәрби әсирҙә­ре­нең һәләк булыу күрһәткесе 8 проценттан кәмерәк булһа, советтарҙыҡы 80 проценттан ашыу тәшкил иткән.
Совет әсирҙәренең “эш ресурсы” биш айға иҫәпләнә. Улар концлагерҙарҙы хеҙмәт­лән­дереп кенә ҡалмаған, сәнәғәт етештереүендә эшләгән, төрлө нығытмалар төҙөгән, юл һалған. 1941 йылда әсирлеккә төшкәндәр ярайһы уҡ күп булған. Һуңыраҡ фашистар ҡулына, ғәҙәттә, иҫен юғалтҡандар, яралылар ғына эләккән. Совет армияһының юғалтыуҙар исемлегендә ундайҙарҙы “хәбәрһеҙ юғалған” тип билдәләгәндәр. 1942 йылдың 2 – 10 июлендә Курск (әлеге Липецк) өлкәһенең Тербуны районы биләмәһендә һуғышҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһынан 130 кеше хәбәрһеҙ юғалған тип таныла. Биләмә халҡын гитлерсылар ауыр эшкә ҡушҡан, әсирҙәрҙән эшсе командалар төҙөгән.
1941 йылдың мартында Польшала немецтар “Дулаг-231” хәрби әсирҙәр лагерын ойоштора. Башта ул Белоруссиялағы Волковыск ҡалаһында урынлаша, 1942 йылдың йәйендә – Курск өлкәһендәге Новокасторное ҡасабаһына, Тербуны районы азат ителеү менән Украинаға күсерелә. Лагерь 1944 йылда ябыла.
Федераль именлек хеҙмәтенең Курск өлкәһе идаралығы мәғлү­мәттәренә ярашлы, “Касторная – Яңы” станцияһы эргәһендә ысынлап та “Дулаг-231” лагеры урынлаша. Хәрби әсирҙәрҙән тыш, унда ябай граждандар ҙа байтаҡ була. Әсирҙәрҙең береһе – урындағы халыҡтың ярҙамы менән иҫән ҡалған осоусы И.С. Шипуля хәтерләүенсә, лагерҙа 7,5 – 8 мең әсир тотолған. Уларҙы әленән-әле Германияға ебәрер булғандар. Лейтенант Иван Шипуляны 1942 йылдың июлендә Землянск районында бәреп төшөрәләр. Ҡаты яраланған осоусы иҫһеҙ килеш әсирлеккә алына. Имгәнгән ҡулын фашистар бысҡы менән киҫеп ташлай. Әммә йәш, көслө организм ауырлыҡтарға, һыҙланыуҙарға бирешмәй, егет тере ҡала.
Лагерға башҡорт атлылары ла эләгә. Немецтар уларҙы оборона ҡорол­маларын төҙөүгә йәлеп итә. Тербуны районындағы Урицкое ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Александр-Бибиков ауылында фашистар лагерҙың эш бүлексәһен аса. Урындағы тыуған яҡты өйрәнеүсе Дмитрий Кузьминдың тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, унда 400 тотҡон ябылған. Нигеҙҙә, танктарға ҡаршы нығытмалар төҙөгәндәр. Әммә, тарихтан күренеүенсә, дошманға хатта бындай ҡоролмалар ҙа ярҙам итмәй. 1943 йылдың ғинуарында Совет ғәс­кәрҙәре фашистарҙы район биләмәһен ҡалдырырға мәжбүр итә.
Әсирҙәрҙе, ғәҙәттә, иҫке атлыҡсаларға, колхоз подвалдарына япҡандар, ашатмағандар тиерлек. Урындағы халыҡ уларға мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышҡан. Күптәр аслыҡтан, төрлө сирҙән ҡырылған. Уларҙы элекке байҙың баҡсаһына ерләгәндәр. Был биләмәлә 20 туғандар ҡәберлеге бар.
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында, ауыл хужалығын үҫтереү әүҙемләшкән осорҙа, урындағы власть байҙың баҡсаһын емерергә ниәтләгән. Әммә Мичурин исемендәге колхоздың 4-се бригадаһы етәксеһе Дмитрий Афанасьевич Букин ветерандарҙың ярҙамы менән һәләк булған яугирҙәр ерләнгән баҡсаны һаҡлап ҡала алған.


Вернуться назад