Хатта исем-шәрифкә лә иғтибар юҡ...18.06.2014
Хатта исем-шәрифкә лә иғтибар юҡ...
Баш ҡалала йәшәгән Ғәлим Сәйфетдинов менән булған хәл һеҙҙе лә битараф ҡалдырмаҫ.


Күптән түгел Ғәлим Ҡәйүм улы баш ҡалала урынлашҡан «Касторама РУС» магазинында 1 мең 49 һумға 50 метрлы шнур (оҙонайтҡыс) һатып алған. Уны баҡсаға алып килгәс, бер өлөшөн һүтә лә электр розеткаһына тоташтыра. Ун биш минут та үтмәй, шнурҙан төтөн сыға башлай. Был хәлгә таң ҡалған Ғәлим Ҡәйүм улы шнурҙы тотоп магазинға китә һәм унда тауар өсөн түләнгән аҡсаны кире ҡайтарыуҙы һорап ғариза яҙып ҡалдыра.
Күп тә үтмәй, «Касторама РУС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән яуап килә. Унда: «Хөрмәтле Галина Ҡәйүм ҡыҙы! Һеҙҙең осраҡта тауарҙы файҙаланыу ҡағиҙәләре боҙолған. Башта уны тағатырға кәрәк ине» тигән юлдар бар. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, магазин хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә мөрәжәғәт итеүселәрҙең исем-шәрифенә лә әллә ни иғтибар бирмәй икән.
Ғәлим Ҡәйүм улы артабан Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау ойошмаһына юл тота. Унда экспертиза үткәреү кәрәклеге хаҡында әйтәләр. Экспертиза бюроһында иһә был хеҙмәттең 2 мең ярым һум тирәһе тороуы асыҡлана. Тимәк, ул янып сыҡҡан шнур хаҡынан да ҡиммәтерәк булып сыға.
Иң ҡыҙғанысы шул: шнурҙың кеше ғүмерен ҡыйыуы ихтимал ине. Шуға күрә гәзит уҡыусыларға магазиндан һатып алынған электр приборҙарын файҙаланғанда һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә зыян килтерә күрмәгеҙ, тип өндәшке килә.
Күренеүенсә, сауҙа ойошмалары хоҡуҡтарыбыҙҙы һанға һуҡмай. Ҡасандыр ныҡлы көскә эйә булған «клиент һәр ваҡыт хаҡлы» тигән һүҙҙәр ҙә хәҙер бәҫен юғалта бара, ахыры.


Вернуться назад