Йөрәк яралары уңалмай...04.06.2014
Йөрәк яралары уңалмай...Төнгө ҡараңғылыҡҡа сумған Йылантау, үҙенә һыйындырған бар тереклекте серем иттереп, йырып сыҡҡыһыҙ урманды биленә быуып, ҡарт һалдат һымаҡ тирә-яғының тыныслығын һаҡлай. Бәлә килерен һиҙгәндәй, хәүефләнеп тә ҡуя: меңәр йылдар буйы өйрәнелгән саф һауаны һаҫыҡ еҫ боҙа. Тик шуныһын ғына әле белмәй: күп тә үтмәҫ, әсе теллеләр уның изге исемен башҡа йыланға – әҙәм башына етеүсе, уртынан көлтә-көлтә ут бөркөүсе йыланға — тиңләр.
СССР, Рәсәй тарихына ҡан менән яҙылыр бәләнең иң ҡурҡынысы – тимер юл фажиғәһе – нәҡ Йылантау итәгендә була. 1989 йылдың 4 июне.
Оло Тәләк – Әшә арауығында ике яҡлап та пассажир поездары елә: 211-се һанлы “Новосибирск – Адлер” һәм 212-се һанлы “Адлер – Новосибирск”.
Уға тиклем “Себер – Урал – Волга буйы” торба үткәргесендә авария була. Һөҙөмтәлә еңел углеводород, 1,7 метр оҙонлоҡтағы ярыҡтан сығып, түбәнгә йыйыла.
Урындағы ваҡыт менән төнгө сәғәт икенсе ун биш минутта ике поезд осраша. Һәм ... көслө шартлау! “Новосибирск – Адлер” (20 вагон) менән “Адлер – Новосибирск” (18 вагон) поездарында барлығы 1284 пассажир (шул иҫәптән 383 бала) һәм 86 поезд-локомотив хеҙмәткәре ут эсендә ҡала.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, барлығы 575 кеше һәләк була. Ауыр тән йәрәхәттәре алыу һәм бешеү сәбәпле, 623-ө ғәрипләнеп ҡала. Сабый ғына килеш 181 баланың ғүмере өҙөлә.
Ниндәйҙер һәләкәт, ҡаза булһа, ғәйеплене эҙләргә тотоналар, язаға тарттыралар. Ә бит байтағы артында кеше факторы ята. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай уҡ хәлдәр тағы ҡабатлана килә – вайымһыҙлыҡ, яуапһыҙлыҡ бәләһе.
Янған урман, йәш үҫентеләрен үҫтереп, яраһынан арынырға тырыша – тәбиғәт ҡануны шулай. Тик фажиғәгә тарыусыларҙың яҡындарының ғына яраһы уңалмай. Оло Тәләктәге күккә ашҡан һигеҙ метрлы һәйкәл дә киләсәк быуынды иҫкәртә төҫлө – һаҡ булығыҙ, шул уҡ ваҡытта беҙҙе лә онотмағыҙ!






Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ

Оло Тәләк, 1710-сы саҡрым

Бында 1989 йылдың 4 июнендә "Новосибирск — Адлер”, “Адлер — Новосибирск" поездары менән булған фажиғәнән һуң, янған кешеләрҙең һөйәк-күмерҙәрен бульдозер менән этеп күмгәндәр.
(Гәзиттәрҙән).


Һуғыш яланында, ут аҫтында
Дуҫын ҡәбер ҡаҙып күмгәндәр;
Ҡәбер ҡаҙған саҡта уттан, туптан,
Хатта үҙе үлһә — күнгәндәр.

Бына бөгөн тыныс күк аҫтында
Аяныслы һуңы ғүмерҙең;
Бульдозерҙар менән аҡтаралар
Кешеләрҙән ҡалған күмерҙе.

Бары ожмах булыр башҡорт ере
Әйләнде һуң ниңә тамуҡҡа?
Донъя шулай дауам итә ҡалһа,
Ағастарың етмәҫ табутҡа.

Һыймай башҡа бындай иманһыҙлыҡ,
Әрней йөрәк бындай йәбергә.
Бульдозерҙар менән ғәмһеҙлекте
Күмеп булһа икән ҡәбергә!
1989 йыл.


Вернуться назад