«Юлдаш» радиоһы — иң яҡшыһы!04.06.2014
Мәскәүҙә “Radisson Slavyanskaya” ҡунаҡхана һәм бизнес үҙәгендә илдең радиостанциялары араһында үткән конкурс һөҙөмтәләре иғлан ителде —Radiostation Awards Бөтә Рәсәй премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы, ә «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиоһы тигән диплом менән бүләкләнде.


Унда Рәсәйҙән 200-ҙән ашыу радио ҡатнашты, йәмғеһе 27 номинация билдәләнде. Конкурстың шарттары буйынса еңеүселәрҙе тыңлаусы үҙе билдәләй. «Юлдаш» тауыш биреүселәр һаны буйынса рекорд ҡуйҙы: 50 меңгә яҡын кеше яратҡан радиоһы өсөн тауыш бирҙе. Әйтергә кәрәк, ярыш бик сәмле барҙы. Волга буйы федераль округының башҡа радиолары ла алдынғылыҡты бирмәҫ өсөн ҙур тырышлыҡ һалды. Шулай ҙа «Юлдаш»тың тыңлаусылары иң әүҙеме булып сыҡты.
Мәскәүҙә уҙған сара ҙур байрамға әүерелде. Унда иң эре радиостанциялар вәкилдәре, билдәле шоумендар, тауыш яҙҙырыу студиялары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. “Русская служба новостей”, «Наше радио», DFM, «Коммерсантъ FM», «Маяк», «Авторадио», «Дорожное радио», «Бизнес FМ» кеүек билдәле радиостанциялар төрлө номинацияларҙа бүләк алды.
«Юлдаш»тың бүләген — таныҡлыҡ һәм алтын йондоҙло статуяны — радионың баш мөхәррире Тәнзилә Үлмәҫбаева ҡабул итеп алды. Тантанаға йыйылыусыларҙы башҡортса сәләмләп, ул профессиональ ярышты ойоштороусыларға һәм радио өсөн тауыш биреүселәрҙең барыһына ла рәхмәт һәм изге теләктәр еткерҙе. Шуны ла билдәләргә кәрәк: «Юлдаш» – был ярышта еңеү яулаған берҙән-бер милли радио.
Рәсәй киңлегендә һәм эфир тип аталған серле йыһанда хәҙер «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының йондоҙо ла балҡый.



Вернуться назад