Бәшмәк салаты менән күркә ите15.11.2011
Был салатты ҡунаҡтар килгәндә яҡты йөҙ менән тәҡдим итә алаһығыҙ.
4 кеше өсөн кәрәкле аҙыҡтар: 600 грамм күркә түшкәһе, 200 грамм япраҡлы салат, 1 оҙон ҡыяр, 1 цуккини, 50 грамм шампиньон бәшмәге, берәр татлы ҡыҙыл һәм һары болгар боросо, 2 кишер, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, 100 мл бульон, ярты лимон һуты, ҡара борос, 50 грамм ваҡланған грек сәтләүеге.
Итте йыуып, ҡоротоғоҙ һәм буйлап турағыҙ. Салат япраҡтарын өҙөргә. Ҡыяр менән цуккинины түңәрәкләп, бәшмәкте — пластинкалап, боросто буйлап ҡырҡығыҙ, кишерҙе ҡырығыҙ. Артабан цуккинины майҙа ҡыҙҙырырға һәм тәрилкәгә теҙеп һалырға. Ошо уҡ майҙа итте 5 минут ҡыҙҙырып, тоҙларға ла шулай уҡ теҙеп һалырға. Ит ҡыҙған майға бульон өҫтәргә һәм 10 минут ҡыҙыу утта тотоп алырға. Уттан алғас, лимон һуты һалығыҙ, борослағыҙ һәм тоҙлағыҙ.
Салатты бутарға. Өҫтөнә ит телемдәрен һалып сығырға һәм грек сәтләүеге һибергә. Ул аҙыҡтың тәмен күпкә байыраҡ итеп ебәрәсәк.
Әҙерләү ваҡыты — 25 минут.
Бер порцияла 360 ккал. Аҡһым — 42 г, майҙар — 17 г, углеводтар — 8 г.


Вернуться назад