Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте25.04.2014
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-вокалисы (солисы) Ҡадирова Нәзифә Жәүәт ҡыҙы – Халыҡтар дуҫлығы ордены, кинорежиссер Рафиҡов Мәхмүт Мөхәмәтйән улы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы башҡорт филологияһы факультетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы профессоры Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы – Салауат Юлаев ордены, Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре: Учалы ҡалаһы һәм районы буйынса бүлек начальнигы Атанғолова Рауза Әхиәр ҡыҙы, хоҡуҡтарҙы теркәү бүлеге начальнигы Гришина Юлия Александровна, дәүләт ер күҙәтеүе, ер төҙөлөшө һәм ергә мониторинг бүлеге начальнигы Динмөхәмәтов Мөхәррәм Йомағужа улы, Салауат ҡалаһы буйынса бүлек начальнигы Хәбиров Ришат Фәрит улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.


Вернуться назад