Премия дәғүәселәрҙе эҙләй08.04.2014
Башҡортостанда Фән һәм техника өлкәһендәге республика дәүләт йәштәр премияһына эштәр ҡабул ителә.

2002 йылда барлыҡҡа килгән премия республиканың фәнни ҡеүәтен үҫтереүҙе, иң һәләтле йәш ғалимдарҙы дәртләндереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһенә ярашлы, 2012 йылдан уның күләме 150 мең һумға тиклем арттырылды. Премия ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Комиссия ҡарауына иҡтисади, социаль һәм мәҙәни үҫешкә ҙур өлөш индергән эштәр тәҡдим ителә. Фән һәм техника өлкәһендәге премиялар ресурстарҙы һаҡлау, экологик яҡтан таҙа өр-яңы технологиялар, алдынғы материалдар һәм приборҙар эшләгән, етештереүгә индергән өсөн бирелә. 12 йыл эсендә 20 йәш ғалим һәм 10 коллектив лауреат булған.
Дәүләт республика йәштәр премияларына ғилми хеҙмәткәрҙәр, юғары уҡыу йорто уҡытыусылары, аспиранттар, докторанттар, шулай уҡ халыҡ хужалығы белгестәре айырым-айырым һәм биш кешенән артмаған авторҙар коллективы составында күрһәтелә ала. Дәғүәселәрҙең йәше 35-тән артмаҫҡа тейеш.
Эштәр 1 июлгә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 23-сө бүлмә, Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының талантлы йәштәргә һәм йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү бүлеге. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 218-03-08.
Дәүләт премиялары тураһындағы положение һәм тапшырылырға тейешле документтар исемлеге Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының рәсми сайтындағы “Йәштәр сәйәсәте” бүлегендә урынлаштырылған.
Йәштәр сәйәсәте һәм
спорт министрлығының
матбуғат хеҙмәте.


Вернуться назад