99 лифт алмаштырыла08.04.2014
2011—2015 йылдарға иҫәпләнгән адреслы республика программаһына ярашлы, быйыл Башҡортостандағы күп ҡатлы йорттарҙа норматив хеҙмәт ваҡыты үткән 99 лифтты алмаштырыу күҙаллана.

Республика Хөкүмәтенең бойороғона ярашлы, муниципалитеттар ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 69,6 миллион һум аҡса аласаҡ, шуның иң ҙур өлөшө — 35,2 миллионы — Өфөгә бүленә. Мәләүезгә — 7, Стәрлетамаҡҡа — 6,3, Октябрьский һәм Салауат ҡалаларына — 4,2, Белорет, Ишембайға — 3,9, Күмертауға 2,1 миллион һум йүнәлтеләсәк. Благовещен — 1,9 миллион, Ағиҙел ҡалаһы 705 мең һум аҡса аласаҡ.


Вернуться назад