Әсәлек капиталының ярҙамы тос08.04.2014
Ҡалалағы 1516 ғаиләгә әсәлек капиталы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән.

Ғаиләләрҙең 1 106-һы капитал менән торлаҡ кредитын ҡаплаған, 410-ы был аҡсаны йәшәү шарттарын яҡшыртыуға, фатир йәки йорт һатып алыуға, төҙөүгә тотонған. Ҡалала йәмғеһе 2 520 ғаилә әсәлек капиталына сертификат алған. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға киткән сығымдарҙың дөйөм күләме 600 миллион һум тәшкил иткән.
Әйткәндәй, былтыр капитал аҡсаһын файҙаланыуҙы көйләгән яңы ҡанундар ғәмәлгә индерелгәйне. Был яңылыҡтар капиталды ҡулаҡсаға әйләндереү, уны маҡсатҡа ярашһыҙ файҙаланыу мөмкинлеген биргән законһыҙ алымдарға кәртә ҡуйыуға йүнәлтелде.




Вернуться назад