“Юлдаш” тауыш йыя08.04.2014
Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар! Күптәрҙең тоғро дуҫына әйләнгән, тормошобоҙҙо йыр-моң менән оҙата барған “Юлдаш” радиоһы “RADIO STATION AWARDS-2014” конкурсында ҡатнаша. Рәсәй кимәлендә уҙғарылған был ярышта көс һынау — ҙур мәртәбә.

“Юлдаш”ҡа “Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиостанцияһы” тигән номинацияла еңеү яуларға һеҙ ҙә булышлыҡ итә алаһығыҙ, хөрмәтле дуҫтар. Бының өсөн www.radiostationawards.ru сайтына инеп, көн һайын тауыш бирергә кәрәк. Ошо хаҡта дуҫтарығыҙға, күрше-күләнегеҙгә лә хәбәр итһәгеҙ ине. Әле “Юлдаш”, Сыуашстан радиоһынан саҡ ҡына ҡалышып, икенсе урынды биләй. Тауыш бирергә ашығайыҡ, туғандар!


Вернуться назад