Ҡапҡаның "хәләл"ме?28.02.2014
Ҡапҡаның "хәләл"ме?
Ислам дине сауҙа итеүҙе хуплай. Тап шул сәбәпле был тәғлимәт донъя буйлап ярайһы уҡ тиҙ таралып киткән дә шикелле. Тәғлимәттәрҙә "хиләбә" тигән төшөнсә лә бар, ул тауарҙы тейешенән күпкә ҡиммәтерәккә һатып, кеше алдауға ҡағыла. Ә шулай ҙа заманса донъябыҙ дин ҡанундарын үтә прагматик сараға әйләндереп бара түгелме?

Һуңғы арала йәмғиәтебеҙгә ислам ҡанундары менән уның мөғәмәләләре, талаптары ла йылдам инә. Ҡатын-ҡыҙ яулыҡ ябына, ирҙәр түбәтәй кейеп йөрөй башланы. Бик хуп. Магазиндарҙа "хәләл" тип тамғаланған аҙыҡ-түлек тә пәйҙә булды. Улай ғына ла түгел, хәҙер һатыусылар был "бренд"ты алға һөрөп, уны күберәк табыш алыу сараһына әйләндереп алды. Ҡайҙа ғына барма, хәҙер "хәләл" тип тамғаланған ризыҡҡа юлығаһың. Ул башҡаларға ҡарағанда бер аҙға ҡиммәтерәк тә булып сыға.
Өфөләге медицина университеты янында "Хәләл" тип аталған кафе бар. Унда һәр ваҡыт халыҡ ҡайнап тора, сөнки эргәлә генә уҡыу йорттары, бик күп дәүләт ойошмалары урынлашҡан. Өҫтәүенә яҡын-тирәлә башҡа ризыҡланыу урындары ла юҡ — "бистро" рәүешендәге башҡорт тирмәһен алмағанда.
Исеменән башҡа нимәһе хәләл һуң ул кафеның? Унда бит баш ҡалабыҙҙың бар ашханаларындағы һымаҡ уҡ ашамлыҡ һатыла. Мәҫәлән, минтай балығы, билмән. Уларҙы нисек хәләл ризыҡ ғәмәле буйынса әҙерләргә мөмкин? Ҙур сауҙа селтәрҙәрендә элек хәләл ит һатыла торғайны. Хәҙер был юлдың отошло икәнен тойоп алдылар, ахыры. Хәҙер... "хәләл йомортҡа" килеп сыҡты. Мин был күренеште үҙемсә аңлатырға маташһам да, бер нисек тә барып сыҡманы. Тауыҡтар — гибрид, фабрикала яһалма юл менән сығарыла улар. Тимәк, әтәсенең һәм тауығының ҡайҙан алынғанын билдәләү ҙә мөмкин түгел (гибрид кростар, ғәҙәттә, Англиянан була). Ашаған ризыҡтары ла химиянан йыраҡ түгел — шунһыҙ хәҙерге технологиялар эшләй алмай. Ошондай шарттарҙа һалынған йомортҡа ниндәйҙер ысулдар менән "хәләл"гә әүереләме? Сыбаркүл ҡошсолоҡ фабрикаһының конвейеры осонда бер мулла доға уҡып, һәр йомортҡаға изге фатихалар биреп ултыра тип кенә аңлатып булалыр быны. Һәр хәлдә, урыҫтарҙың дини байрамдары алдынан поптың конвейер осонда һепертке менән һелтәнеп, ризыҡҡа һыу һибеп, өшкөрөп торғанын күргән бар.
Хәтеремдә, магазиндарҙа "йодланған" тигән йомортҡа килеп сыҡҡас, күмәкләп йыйылып, кәңәшмә һымаҡ нәмә ойошторғайныҡ: тыумыштан әллә нисә ҡабыҡлы булған йомортҡаны ҡалайтып "йодлап" була? Әгәр тауыҡтарға йодты күберәк ашатһаң, ул шулай еңел генә итенә, буласаҡ себешенә күсә аламы? Ҡайһылай еңел булыр ине бит: малға алдан уҡ тоҙҙо күберәк бирәһең дә, аҙаҡ итте тоҙлауҙың да кәрәге юҡ!
"Инәй, йомортҡаларың ни өсөн улай ҡиммәт? — тип һорағайным былтыр баҡса юлында ултырған "ҡырҡтартмасы"нан. — Эргәләге магазинда улар бит икеләтә арзан тора!" "Һуң, улым, был бит ауыл йомортҡаһы!" — тигән яуап-аҡланыу ишеттем. "Инәй, белеүемсә, йомортҡа тауыҡтыҡы була, ә ауыл-ҡаланыҡына бүленмәй", — тип аптырап ҡалдым. Дөрөҫ, ҙурҙан ҡубып ҡарағанда, малдың нимә ашауы унан алынған ризыҡтың сифатына йоғонто яһай. Ләкин айырма хаҡты икеләтә күтәрерлек түгел дә инде. Ә бына "ауылдыҡы", "хәләл" тигән төшөнсәләр менән уйнап, халыҡты күрәләтә алдау һәм шул юл менән байырға ынтылыу ярылып ята. Әйткәндәй, "хәләл" тип нарыҡланған ҡаплы билмәндең нисек етештерелеүе лә сер булып ҡала — ул бит шул уҡ комбинаттарҙа, бер үк технология линиялары аша үтеп сыға! Ә ҙур комбинаттарҙың сей итте күмәртәләп ҡайҙан алғанын беләбеҙ.
Баҙар иҡтисады шарттарында беҙҙе аҙым һайын алдап, табыш көҫәүселәр хаттин ашҡан икәне һәр кемгә мәғлүм. "Хәләл" тигән ризыҡтың күпләп таралыуы, бәлки, илебеҙҙә ислам дине ҡанундарының ғәҙәти күренешкә әйләнеүенә булышлыҡ та итер. Ләкин уны аҙым һайын ҡыҫтырыуҙың бары тик өҫтәмә табыш алыу сығанағы икәне күренеп тора бит. Тимәк, тиҙ арала "хәләл" тигән һүҙ ҙә халыҡта "алдаҡ" синонимы һымаҡ ҡабул ителә башламаҫмы? Юҡ, улай булмаҫ, тип ҡаршы төшөргә уйлаған кеше иң тәүҙә яуап табып ҡараһын әйҙә: нисек бар була һуң сауҙа кәштәләрендә "хәләл" йомортҡа, ит, колбаса һәм билмәндәр?


Вернуться назад