Данлы тарихыбыҙ бар22.02.2014
Һуғыш, армия һәм флот ветерандарын, Рәсәй армияһындағы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!

Ул миллиондарса кешенең йөрәгендә Совет Армияһының һәм Хәрби-Диңгеҙ Флотының тыуған көнө булараҡ һаҡлана. Армиябыҙ күп йыллыҡ данлы тарихҡа эйә. Ҡораллы Көстәр бөйөк Тыуған илебеҙгә һөжүм итергә теләгәндәрҙең барыһына ла һабаҡ бирҙе.
ХХ быуат тарихында Совет яугирҙәренең Бөйөк Ватан һуғышында фашизмға ҡаршы күрһәткән батырлығы баһалап бөткөһөҙ. Һуғыш йылдарында ла, тыныс ваҡытта ла меңдәрсә яҡташыбыҙ армия сафында сынығыу мәктәбе үтте, дәүләт наградаларына лайыҡ булды.
Хөрмәтле ветерандар һәм Ватанды һаҡлаусылар! Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек, армия хеҙмәтендә, йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙә уңыштар, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын лайыҡлы ҡаршылауыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы.


Вернуться назад