Бәлә килә күрмәһен19.02.2014
Башҡортостанда гидротехник ҡоролмаларҙы, күперҙәрҙе, коммуналь-энергетика селтәрҙәрен, инженерлыҡ коммуникацияларын, ойошмаларҙы яҙғы ташҡынға әҙерләү йәһәтенән эш башланды. Республика Хөкүмәте ошо хаҡта бойороҡ ҡабул итте.

Рәсәй Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм бәлә-ҡазалар эҙемтәһен бөтөрөү министрлығының республикалағы баш идаралығына Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтары менән берлектә ташҡынға ҡаршы әҙерлек сараларын ойоштороуҙа муниципалитеттарға ярҙамлашырға тәҡдим ителә. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына, уның Сибай филиалына, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатына, “Сеймал компанияһы”, “Башҡорт баҡыры”, “Пугачев карьеры” кеүек предприятиеларға боҙ тығылыуға юл ҡуймау өсөн тейешле сара күреү бурысы йөкмәтелә.


Вернуться назад