Арҙаҡлы ғалимды халҡы хөрмәтләй12.02.2014
14 февралдә киске сәғәт 7-лә күренекле офтальмолог, ғалим-табип, академик Марат Талғат улы Аҙнабаевтың юбилей кисәһенә рәхим итегеҙ!

Башҡортостандың сәнғәт оҫталары, фән эшмәкәрҙәре, остаздың шәкерттәре ҡатнашлығында уҙасаҡ матур сара ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә булмаҡсы. Эш аҙнаһының һуңғы көнөндә кинәнеп ял итергә, арҙаҡлы шәхесебеҙҙең шатлығын уртаҡлашырға теләүселәрҙең барыһын да Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында көтәбеҙ. Инеү бушлай.


Вернуться назад