Ауылдарға моң ҡайтырмы?04.02.2014
“Беҙҙең ауылдарға Мәҙәниәт йылы нимә алып килер икән?” тигән уй үтте минең баштан, төрлө саралар әүҙем уҙғарыла башлағас. Эйе, бер ҡараһаң, йылдарҙы махсус рәүештә бер өлкәгә арнау яҡшы, тик миңә улар акция рәүешендә генә барған һымаҡ тойола. Бәлки, яңылышамдыр, нимә генә тимә, үҙәктән алыҫ торабыҙ шул. Мәркәздән йыраҡ ауыл, ҡасабалар һуңғы йылдарҙа ил тормошонан бөтөнләй ситтә ҡала кеүек. Улай ғына ла түгел, әйтерһең, өҙөлгән көҙгө япраҡтай, ауыл тормошо тегеләй-былай бәргеләнә.

Ауылдарҙа клубтар, мәҙәниәт йорттары бар, әммә уларҙа ойошторолған саралар элеккесә йәнле түгел. Халыҡ үҙенең бер кемгә лә кәрәкмәгәнен тоя кеүек. Ә хәтерләйһегеҙме уҙған быуаттағы "Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!", "Уңған килендәр", "Ҡаҙ өмәһе" кеүек матур сараларҙы? Уларҙа халыҡ теләп ҡатнаша, бер-береһе менән аралаша ине. Хәҙер бит һабантуйҙар ҙа исем өсөн генә ойошторола. Уларҙа, нигеҙҙә, хеҙмәтсән халыҡ түгел, ә бер кем дә белмәгән ҡунаҡтар байрам итә.
Бына ошоларҙы уйлап, мәҙәниәткә арналған йылда ла әллә нигә бер килгән концерттарға зарығып йәшәрбеҙме икән, тип хәүефләндем. Ауылдағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре иҫтә ҡалырлыҡ матур саралар ойошторһон өсөн Мәҙәниәт министрлығы ниндәй план төҙөнө икән?


Вернуться назад